Бөтә яңылыҡтар
Фекер
31 Ғинуар , 12:25

Барыһы ла еңеүҙе яҡынайтыу өсөн!

Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина, Сибай ҡалаһы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:

Барыһы ла еңеүҙе яҡынайтыу өсөн!
Барыһы ла еңеүҙе яҡынайтыу өсөн!


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайға, Башҡортостан халҡына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығышын йыл да ҡарап барам. Ул документта беҙҙең төп йүнәлештәр, маҡсатттар һәм бурыстар, генераль линия сағылыш таба. Беренсенән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү. Ҡала халҡы ла, ойошмалар, предприятиелар берҙәм булып ярҙам күрһәтә. Радий Фәрит улы дөрөҫ әйтә, һөйләшеү процесстары барһа ла, был эш туҡтамаҫҡа тейеш, көнө-төнө беҙҙең яугирҙар хәрби бурыстарын үтәй. Был эшкә музей хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡушылды: тәүгеләрҙән булып маскировкалау селтәрҙәре үреү, маскхалаттар эшләү башланды. «Ватан» исемле музей ирекмәндәр үҙәге булып ойошоп, ҡала ирекмәндәре һәм сиктәш райондарҙағы ирекмән апай-инәйҙәре менән яугир-батырҙарыбыҙға гуманитар ярҙам, посылкаларҙы даими ебәреп торалар. Музей ҙа үҙ функцияларын башҡара: яҡташ-яугирҙәр тураһында материал йыйып, туплап, күргәҙмә астыҡ. Хәҙерге ваҡытта, тапшырылған экспонаттарҙы өҫтәп ҡуйып, экспозицияны эшләү менән мәшғүлбеҙ. Төрлө акцияалар, саралар, яугир-батырҙар менән осрашыуҙар үткәрәбеҙ, йәш быуында илһөйәрлек, Ватансылыҡ ҡиммәттәрен тәрбиәләйбеҙ. Яу ҡырында батырлыҡ күрһәткән һәр яугир онотолмаҫҡа тейеш: йыйып, өйрәнеп, Хәтер китабына индерергә тейешбеҙ. Яҡташ-яугирҙәрҙең туғандары, яҡындары ла беҙгә ярҙамға килә: шәхси әйберҙәрҙе музей фондына тапшыра. Халҡыбыҙҙың дан менән һуғарылған хәрби тарихы бөгөн дә хәрби махсус операция яланында яҙылғанын онотмайыҡ, һаҡлайыҡ, ғорурланайыҡ. Һәр беребеҙ ярҙам ҡулы һуҙып, берҙәм булып, оло һынауҙарҙы ла еңеп сыға алабыҙ!

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас