Бөтә яңылыҡтар
Фекер
30 Ғинуар , 15:20

Төп стратегик йүнәлеш

Барыһы ла ЕҢЕҮ өсөн!

Төп стратегик йүнәлеш
Төп стратегик йүнәлеш

Илдар Сәлихйән улы Хәмитов, Сибай институты директоры, Сибай ҡала Советы депутаты:


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайға, Башҡортостан халҡына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Ҡыҫҡаса әйткәндә, мин был сығышты бөтә Республика, унда йәшәгән һәр кем өсөн төп стратегик йүнәлеш тип ҡабул иттем. Нимәләр эшләнгән, алда ниндәй бурыстар тора һәм килсәккә ниндәй уйҙар менән хәрәкәт итергә тейешбеҙ. Радий Фәрит улы бер сәғәттән ашыу булған сығышында нәҡ ошо һорауҙарға яуап бирҙе лә инде.
Һис шикһеҙ, беренсе урында махсус хәрби операция темаһы тора. Был бөгөнгө көндә иң төп, иң мөһим һорауҙарҙың береһе. Беҙ ҡасандыр ата-олатайҙарыбыҙ әйткәнсә ”Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн” тигән саҡырыу аҫтында эшләргә, йәшәргә, киләсәккә барырға тейешбеҙ. Республика башлығының быйылғы Мөрәжәғәтнамәһенең дә ”Бөтәһе лә Еңеү өсөн” тип аталыуы һис кенә лә осраҡлы түгелдер.
Ярҙам итергә тырышыу--ул беҙҙең ҡаныбыҙҙа, ул беҙҙең тәбиғи код, тип Радий Фәрит улы дөрөҫ әйтә. Сибай институты был йәһәттән эште күптәнән яйға һалған. Махсус хәрби операция башланыу менән, ил саҡырғас фронтҡа гуманитар ярҙам ойоштороу эшен беҙ беренсел планға ҡуйҙыҡ. Бының өсөн үҙебеҙҙең уҡыу йортонда кәрәкле шарттар булдырҙыҡ, студенттар, хеҙмәткәрҙәр менән берлектә маскировка селтәрҙәре үреүҙе ойошторҙоҡ, бер нисә тапҡыр гуманитар ылау туплап ебәреүгә өлгәштек, яҡташтарыбыҙ һораған ҡоролмаларҙы, дрон, һ.б һатып алдыҡ, хатта хеҙмәткәребеҙ Айрат Булат улы Зөлҡәрнәйев уны яҡташтарыбыҙға үҙе алып барып тапшырып ҡайтты. Технология факультеты уҡытыусылары, студенттары бер нисә тапҡыр үҙҙәренең яугирҙәренә посылка ебәрә алды. Бынан тыш студенттарыбыҙ бөтә ил буйынса иғлан ителгән “Һалдатҡа хат”, “Үҙебеҙҙекеләр өсөн шәм”, “Ҡарлы десант”, “Үҙебеҙҙекеләргә ярҙам” тигән акцияларға бик әүҙем ҡатнашты һәм, мин уйлайым, быйылғы йылда ла был эш дауам ителер. Таусылар проспектындағы уҡыу корпусын беҙ тулыһынса тиерлек “Фронтҡа ярҙам” тип аталған ҡала ирекмәндәр ойошмаһы ҡарамағына тапшырҙыҡ, бында улар иркенләп эшләр өсөн дә бөтә уңайлыҡтар булдырылған.
Шуны ла өҫтәр инем: бөгөнгө көндә 50 студентыбыҙ яу яланында йөрөй, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батырҙарса һәләк булыусылар ҙа бар, шуларҙың береһе -- Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов. Уҡыу йортоноң Ирекмәндәр үҙәгенә беҙ Тамерлан Илһамовтың исемен бирҙек. Бөгөнгө көндә аталары хәрби операцияла булған 30 яҡын студент ташламалар менән файҙалана, йәғни улар дөйөм ятаҡта бушлай йәшәй. Республика башлығы ла әйтә бит, яугирҙәрҙең балалары -- улар беҙҙең балалар. Беҙ, ысынлап та, был балаларҙы бөтә коллектив менән күтәрергә, хәстәрләргә һәм лайыҡлы кешеләр булыу өсөн ярҙам итергә тейешбеҙҙер.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош аяуһыҙ, ул шулай ҡоролған, бер нәмәне лә йәлләмәй. Был махсус хәрби операцияға ҡағыла.Ул тамамланһа ла, хәтер мәңге булып ҡаласаҡ. Беҙ үҙебеҙҙең яугирҙәребеҙҙе, йәш кенә килеш илдең киләсәге өсөн ғүмерҙәрен биргән яҡташтарыбыҙҙы оноторға тейеш түгелбеҙ. Ғөмүмән, беҙҙең уҡыу йортонда хәрби-патриотик тәрбиә, ата-олатайҙарыбыҙҙың енеү тәжрибәһен йәш быуынға тапшырыу эше юғары кимәлдә ҡуйылған. Белеүегеҙсә, беҙҙең төп музейҙа башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби дан юлы, ундағы Советтәр Союзы Геройҙары, Сибай ҡалаһы һәм Урал аръяғы райондарының Бөйөк Ватан һуғышына индергән өлөшө тураһында бай йөкмәткеле стендтар ҡуйылған. Ошо изге эште дауам итеп беҙ инде Урал аръяғы райондарынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында Интерактив музей булдырҙыҡ. Музей тантаналы асылғандан һуң 3,500 уҡыусы баланы һәм 1000 яҡын оло кешене ҡабул итте. Музей әленән-әле яңы эскпонаттар менән тулылана, ҡыҫҡа ваҡытҡа ялға ҡайтҡан арала студенттарыбыҙ музейға йыш килә һәм үҙҙәре менән бик күп экспонаттар- бронежилет, гильза, мина, дрон, снаряд ярсыҡтары алып ҡайта һәм хәтерҙе яңыртып тора.

 

Автор:
Читайте нас