Ғинуар башында ике көнгә бөтә ғаилә менән Күгәрсен районының Ҡадир ауылына юлландыҡ. Ауылда йәшәгән ҡустым Әнүәр менән сәй өҫтәле артында һөйләшәп ултырҙыҡ. Уның хужалығында төрлө мал һәм ҡош-ҡорт күп. Ул ауылды ярата һәм бер ҡайҙа ла китергә теләмәй.
2023 йылда Әнүәр үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына китте, 2025 йылда ҡайтты, күп дуҫтарын юғалтты, әле уларҙың яҡындары менән аралашып тора. Ул үҙенең батальоны яугирҙәре тураһында һөйләй, улар менән бәйләнеш өҙмәй, ялға ҡайтҡанда осрашалар.
Бала сағыбыҙҙы иҫләп ултырҙыҡ. Дүрткә биш метрлыҡ йортта ете кеше йәшәнек: атайым, әсәйем һәм беҙ — биш бала. Өйҙөң күп өлөшөн утын мейесе биләй ине.
Һуңыраҡ атай йортҡа дүрткә өс метрлыҡ төкәтмә төҙөнө. Мейес менән стена араһында 70 см самаһы арауыҡ бар ине. Атайым унда ятырлыҡ итеп таҡталар теҙҙе һәм беҙ ҡустым Әнүәр менән шунда йоҡлай инек. Ҡышҡы осорҙа аҫта кәзә бәрәстәре һәм быҙауҙар торҙо, улар беҙгә йоҡларға бирмәй, мөңрәй, баҡыра. Кис өйгә бәрәстәрен имеҙергә кәзәләрҙе лә индерәләр ине. Быҙау һәм бәрәстәр беҙҙең аҫта йөрөгән һәм беҙ уларҙың еҫенән “ләззәт” алғанбыҙ.
Был хаҡта мин ҡыҙым Гәлсәргә һәм улым Уралға һөйләнем. Улар миңә ҡарай һәм ышанмай, атай шаярта, хайуандар менән бергә йәшәү мөмкин түгел, тип уйлай. Хәҙерге балалар быны аңламай. Ул саҡта беҙ балаларҙың үҙ бүлмәһе булыуы һәм күрше ауылға мәктәпкә автобус йөрөтөүе тураһында хыяллана ла алманыҡ.
Ғөмүмән, һеҙҙең арала ла беҙҙең кеүек үк кешеләр барҙыр, улар ҙа шундай уҡ шарттарҙа йәшәгән һәм уҡығандыр, әммә шул уҡ ваҡытта ныҡлы һәм сәләмәт үҫкән. Барығыҙға ла яҡшы көн теләйем!
Зариф Байғусҡаров, Дәүләт Думаһы депутаты.