Тормош иптәшемдең ата-әсәһе байтаҡ йылдар Ишей ауылында йәшәгән. 1958 йылда Ниғәмәт ауылына күсеп килгәс, колхоз бригадиры 13 йәшлек баланы ат ҡарарға сығарған. Ул бер йыл алда уҡырға барып ете класты тамамлаған булған. Шуға ла уны ҙур күреп эшкә ҡушҡандарҙыр. Ни булһа ла, иремдең атҡа һөйөү бәләкәйҙән ине. Гел генә ат булған ерҙә эшләргә ынтылды. Ғаилә ҡорғас та ат һатып алып көтөргә булдыҡ. Тәүге алған атыбыҙ ҡазаланды. Кананикольский урманынан КРАЗ машиналары ағас ташыйҙар ине. Күпер эргәһендә шул машиналарҙың береһе атыбыҙҙы тапап китте. Өс көнлөк кенә ҡолоно ҡалды. Аттар кешегә, уның тауышына тиҙ эйәләшә, һәр кешенең тауышын үҙенсә ҡабул иткәнен дә беҙ шунда белдек. Әсәһеҙ ҡолондоң беҙгә реакцияһы быны төшөндөрҙө. Уны бала кеүек итеп тәрбиәләнек.
Аттар бик аҡыллы ул. Тауыштан кешене асыулы йә тыныс булыуын
айыра. Асыулы саҡты һиҙеп, ектермәй ыҙалата инеләр. Хатта кейемгә ҡарап та айыралар. Мин бейә һауғандағы кейемде кейеп сыҡһам, урындарына барып инәләр. Әгәр икенсе төрлөрөк кейенһәм—ҡуҙғалмайҙар.
Иптәшемдең вафатынан һуң да мин ун йылға яҡын аттар тоттом. Ейәндәрҙе ат егергә, ҡыуырға, күбә тарттырырға ла, йөк ташырға ла өйрәттем. Улар менән тағы ла күңеллерәк. Аҙаҡ улар минең ярҙамсыларыма әйләнде. Техника булмағас, бар эш атҡа ҡарап ҡала. Ат тырмаһы, ат косилкаһы булды. Хатта ҡыҙҙарым да ат тырмаһында йөрөнө. Үҙ балаларыбыҙҙан тыш, ата-әсә ҡарауынан ҡалған биш баланы көттөк. Улар ҙа эшкә өйрәнеп үҫте. Ат егеп бесәнгә йөрөнөләр, мал ҡайнатмаһа, һыбай эҙләнеләр, селек, мунса минлеге артынан да атта барҙылар. Нимәһенә иғтибар иттем: бесән мәлендә ҡайтыу яғына аттар етеҙлеген арттыра ине. Арбалыһы ла, һыйбайлыһы ла машиналарҙан ҡалышманы.
Бер мәл Кананикольск янындағы Надеждинское ауылынан өс ат алғайныҡ. Бына улар беҙгә мәшәҡәт һалдылар бит. Үҙ ерҙәрен онотмай ыҙалаттылар. Бейә беҙгә килеп ҡоллонлағансы ҡайтырға ашҡынды, ә бына екке ат сыҙаманы. Хатта артҡы аяғына тышау һалһаң да, яйлап булһа ла, үҙ яғына ыңғайланы. Артынан машина менән барабыҙ ҙа мин һыбай алып ҡайта инем.
Аттарға бәйле хәтирәләрем күп. Илаған малҡайҙарҙы ла күрҙем. Уларҙы һуғымға һуйғандарын бөтөнләй ҡарай алманым. Иң ауыр хәтирә Бурыл тигән атыбыҙға бәйле. Иптәшем вафат булғас, уны таба алмай йонсоноҡ. Шунан кемдер: «Бурылығыҙ зыярат эргәһендә»,—тине. Мин барғанда, ул зыярат ҡоймаһына башын һалып хужаһының ҡәбере яғына ҡарап тора ине. Тоторға барһаҡ, тоттормай ҡаса. Өйрөлөп килә лә йәнә зыяратҡа бара.
Үҙебеҙ һатҡан аттар ҙа кире ҡайтҡыланы. Бер бейәбеҙ үҙ ҡолононан тыш, сит ҡолондо ла имеҙеп йөрөнө. Аҡыллы мал ул йылҡы малы.
Хәҙер балалар ат көтә. Аллаға шөкөр аттарҙан өҙөлгән юҡ. Бөтә мажараһын да, мәшәҡәтен дә хәҙер улар күрә. «Ат тире һеңгән урам ҡотло була», «Ат рәнйеткән аттан язаһын ала»,—тип әйтә торғайны ине ҡәйнәмдең Хәҙисә тигән имсе апаһы. Барыһын да һынағаным бар, дөрөҫкә сығып килә.
Рәйсә Иҫәнбаева.
Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы.