Яңыраҡ бер видеояҙма ебәрҙеләр. Унда 10 йәштәрҙәге малай ниндәйҙер шиғыр һөйләй. Тик аңлашылмай. Видеолағы малай төҫкә һары ине. Шуға берәй сит милләт вәкилелер тип уйланым, тик был видеоны ниңә миңә ебәреүҙәрен төшөнөп етмәгәс, һорап ҡуйҙым: «Кем ул? Нимә ти?» Әңгәмәсем көрһөндө һәм оло әсенеү менән былай тине: «Был башҡорт районының башҡорт ауылында йәшәүсе башҡорт ғаиләһендә үҫеүсе малай һәм ул билдәле башҡорт шағирәһенең шиғырын һөйләп тора». Өнһөҙ ҡалдым. Видеояҙманы тағы бер-ике тапҡыр өйөрөлтөп тыңланым. Тик ниңәлер малайҙың телмәре инглиз, немец йә башҡа телдә яңғырай кеүек һәм ул аңлашылмай. Бик иғтибарлы тыңлағанда ғына бер нисә башҡорт һүҙе ишетелеп ҡала. Әлбиттә, малайҙың үҙ телендә шиғыр һөйләргә тырышыуына «Афарин»дан башҡа һүҙ юҡ, ә бына үҙ балаларына әсә телен өйрәтмәгән ата-әсәһенә һорау ҙур.
Замандаштарыбыҙ анһат яуап табып алды: «Интернет заманы бит, шундағы видеоларҙы ҡарап, русса өйрәнде лә ҡуйҙы». Шул ваҡыт: "Башҡортса һөйләшкән балалар интернетһыҙ икенсе планетала йәшәйме ни?" - тип һорағы килә. Барыһы ла үҙебеҙҙән—ата-әсәләрҙән, ғаиләнән тора шул. Ошо йәһәттән бер нисә ата-әсәгә һорау бирҙек.
Гүзәл, Баймаҡ ҡалаһынан күп балалы әсә:
—Беҙҙең балалар башҡортса һөйләшә. Урамда йә булмаһа кеше күп йыйылған берәй мәжлестә «атай», «әсәй» тип башҡортсалап һүҙ ҡушһалар, бөтәһе лә сит планета кешеһен күргәндәй аптырап китә: «Ыстааа, бынау бала башҡортса һөйләшә». Уларҙың ғәжәпләнеүенә мин аптырайым. Башҡорт балаһының башҡортса һөйләшеүе ниңә хайран ҡалалар ул? Был бит ғәҙәти хәл! Хәҙер мин ҡурҡа башланым: улдарым үҫеп килә. Әгәр улар үҙ телен белмәгән башҡорт ҡыҙына өйләнһә, минең ейән-ейәнсәрҙәрем ниндәй телдә һөйләшер икән?
Әнүзә, өс бала әсәһе:
—Беҙҙең балалар саф башҡортса һөйләшә, руссаны ла яҡшы белә. Бөтә нәмә ғаиләнән торалыр тип уйлайым. Дағстанда йәшәгән туғандарыбыҙ бар. Йылына бер ҡайталар, балалары тап-таҙа башҡортса һөйләшә. Хатта ҡыуанып, ғорурланып ҡарайым уларға. Күптәргә өлгө булырлыҡ ғаилә ул!
Илдар, ике бала атаһы:
—Ғаиләлә башҡортса ғына һөйләштек. Тәүҙә Сибайҙа йәшәнек, унан Өфөгә күстек. Ҡалала йәшәйем тип, икенсе телгә күсеү уйыбыҙҙа ла булманы. Балаларын рус мәктәбендә уҡытҡан ғаилә дуҫтарыбыҙ бар, уларҙың балалары ла тик башҡортса һөйләшә. Тимәк, ғәйепте интернетҡа, мәктәпкә япһарыу дөрөҫ түгел һәм башҡорт мәктәбен бөткән балалар юғары уҡыу йортона инмәй тигән фекер ҙә хата. Беҙҙең балалар башҡорт мәктәбен бөттө, береһе—Санкт-Петербургта, икенсеһе Өфөлә студент. Ә үҙебеҙ башҡорт ауылынан сыҡҡанбыҙ, башҡортса һөйләшеп, башҡортса уҡыныҡ, уның ҡарауы юғары уҡыу йортон «ҡыҙыл диплом»ға бөткәнбеҙ. Балаңа үҙ телеңде өйрәтерлек тә рухың юҡ икән, әллә ҡайҙан ғәйеп эҙләргә кәрәкмәй.
Фәрит, өс бала атаһы:
—Балаларының башҡортса белмәүен интернетҡа, балалар баҡсаһына, мәктәпкә япһарыусыларға һорауым бар: республикабыҙ күп милләтле. Ҡайһы бер милләттәр өсөн айырым мәктәптәр, дәрестәр юҡ, әммә уларға күҙ һалығыҙ: урамда ҡысҡырып башҡортса һөйләшәләр! Кем өйрәткән уларҙы?! Ата-әсәһе. Уларҙың балалары ла интернет ҡарай, әммә руслашмаған. Тимәк, барыһы ла үҙебеҙҙән!
Беҙҙең һорауға яуап биреүсе замандаштарыбыҙҙың фекерҙәре менән килешәбеҙ. Ғаилә—ул бәләкәй дәүләт, уның нәҫелдән килгән үҙ теле була. Уны өйрәнеү, һаҡлау, ҡурсалау һәм артабан аманат итеп тапшырыу—һәр беребеҙҙең бурысы. Сөнки тел—аралашыу ҡоралы ғына түгел, ә һәр милләттең әйтеп аңлатҡыһыҙ күңел хазинаһы. Был рухи байлығын юғалтған кешене бик фәҡир тип атар инек беҙ. Балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә бай булырға мөмкинлек бирегеҙ! Башҡа телдәрҙе лә өйрәнһендәр, тик үҙ телдәренән яҙмаһындар, үҙ телдәрен кәм күрмәһендәр!