Теге икәүҙе яҡлап, инәйҙәрҙе саҡ әүрәтеп ҡуйҙым. Ир-атҡа бит беҙҙекенән юғары дәрәжәне (яуаплылыҡты) бер ниндәй министрлыҡ, батша бирмәгән, Аллаһ биргән, егеттәрҙе күтәрмәләйек, тоғро юлға төшкәндәр, үҙгәргәндәр бит, тип...
Сахих (достоверный) хәҙис бар:Әбү Сәғид Әл-Худриҙан еткерелә, Аллаһ унан риза булһын, ул пәйғәсбәр с.ғ.с. былай тип әйткәнен ишеткән:"Әгәр Аллаһ ҡоло исламды ҡабул итһә, һәм уның исламы яҡшы булһа, Аллаһ уның элек ҡылған бөтә гонаһтарын ғәфү итер һәм бынан һуң уның бер изге эше өсөн кәмендә10 сауап яҙылыр (хатта 700-гәсә барып етер). Ә һәр гонаһ эше өсөн , Аллаһ уны ғәфү итмәһә, 1 гонаһ яҙылыр" (Бохари, 1-се том, 36(41)-се хәҙис, 42-се бит. Бәй, пәйғәмбәребеҙ һүҙҙәрен ҡолаҡҡа эләйек - дингә килгәндәрҙе элекке эштәре өсөн әрләмәйек, гонаһлы булырбыҙ.
Айһылыу Ғарифуллина