Өлкән ағайым былтыр ҡыш буйы аяҡ һыҙлай, тип сыҡты. 24 мартта 60 йәшен билдәләнек. 18 апрелдә Өфөгә дауаханаға алып барҙыҡ. 4-се стадия рак, күп органдарына метастаза биргән, тинеләр, күҙгә ҡарап. Ҡайттыҡ. Нимә генә ҡыландырманыҡ - ыҡҡа барманы. Рәсүл хәҙрәткә әйтәм:"Ағайым яман сир менән ауырый, үлә инде"-, тим. "Үлгәненә ҡайғырма, иманһыҙ китеп бармаһын тип ҡайғыр"-, ти был. Ысынлап та, ағайым - русса әйткәндә, ярый атеист. Ураҙа айында эргәһендә булдым: ул өшкөрәм, ул үлән-мүләнен эсерәм. Көн дә дин тураһында һөйләйем. Юҡ, ыҡҡа бармай. Ятып китте. Мин үҙемде ашайым:" Нисек инде, Аллаһ миңә кеше йөрәгенә үтер тел биргән, бер ағайымды иманға килтерә алмайым..."-тип. Беләм: Аллаһ ҡына бәндәне иманлы итә. Аллаһтан һорайым, ялбарам. Хәле тегенең көндән -көн хөртәйә. Бер көн һорайым:" Һиңә "Ясин" сығайыммы?" -тип. Эйе, ти. Шәһәҙәт әйт, тейем. Ләә иләһә иллаллаһты 3 тапҡыр әйтте бит - мин инде шатлыҡтан түгелеп илайым... "Әйтәм, әйтәм..."-ти. "Һиңә ҡыйын булған саҡта ошоно әйт , тейем (үлеп барғаныңда, тип әйтеп булмай бит). Әйтте ағайым. Мин "Ясин" сығам, йәштәрем субырлап аға... Китеп барҙы ағайым. Аллаһтың барлығын, берлеген танып... Аллам ялбарыуҙарымды ишетте. Йәне йәннәттә булһын!! Амин! Төшкә лә инмәй - ризалыр... Рәсүл хәҙрәттең теге һүҙҙәре барыбыҙ өсөн АҠЫЛ - шуны тотайыҡ! Йәш кенә булһа ла ҡалай аҡыллы, тип уйлағайным ул саҡ. Аҡыл йәш менән түгел, иман, ғилем кимәле менән билдәләнә икән... Шуны аңланым...
Айһылыу Ғарифуллина.