НИМӘ УЛ СОЯ ИТЕ?
Был текстуралы соя аҡһымы йәки ит алмаштырыусы арзан үҫемлек, тип аңлатма бирә интернетта терапевт, диетолог Анна Цуканова. Ул май етештереүҙән ҡалған төпрәнән эшләнә. Уларҙы он хәленә тиклем ваҡлайҙар, һуңынан экструдерҙа (махсус машина) 150-200 градус температурала иретәләр. Аппараттан сыҡҡас, массаның күләме ҙурайып, соя снектарына әүерелә.
Тәүҙә соя иттәрен интернет магазиндарынан заказға ғына алып була ине, һуңғы бер йылда нәҡ уларҙы ғына һатҡан кибеттәр барлыҡҡа килде. Уларға яҡынлашыу менән соя һәм тәмләткестәр еҫе сыға, ул үтә лә ҡырҡыу, хатта ишекте асып елләтеүҙе лә талап итә.
Бындай продукттарҙан алынған ит соя етештереү үҙенсәлектәре һәм уның структураһы, шулай уҡ уны һаҡлау ысулы менән бәйле, тип аңлата диетологтар.
Һатыусылар белдереүенсә, был киҫкен еҫле тәм-томды башлыса мәктәп уҡыусылары, айырыуса 10 йәшкә тиклемге балалар ярата.
—Ҡайһы берәүҙәре үтә лә әселәрен ала һәм уның артынса кола эсеп ҡуя,—ти кибет һатыусыһы.—Уларға ҡарап ҡурҡып ҡуям, зарарлы икәнен әйтәм дә, әммә файҙаһыҙ.
Эйе, һатыусы сауҙа нөктәһендә ялланып эшләүсе генә. Ул бер ни өсөн дә яуап тота алмай. Һатылған продукцияның сертификаттары, бөтә кәрәкле документтары бар.
Тәмләткестәрҙән башҡа нимә бар?
Соя составында организмдағы гормональ балансҡа йоғонто яһай алған үҫемлек фитоэстрогендары (изофлавондар) бар. Бынан тыш, ҡайһы бер соя изофлавондары ҡалҡан биҙенең нормаль эшен тотҡарлай. «Сояны йыш һәм байтаҡ күләмдә ҡулланыу осрағында ул кире тәьҫирле»,—тип аңлата табиптар.
Бынан тыш, снектарға төрлө консерванттар, күп күләмдә тоҙ һәм тәмләткестәр өҫтәлә. Былар барыһы ла ашҡаҙан һәм эсәк лайлаһын ярһыта. Ҡайһы берҙәрендә соя диарея, метеоризм һәм ашҡаҙанда ауыртыу тыуҙыра, сөнки унда үҙенсәлекле матдәләр бар. Мәҫәлән, лектиндар, протеаз ингибиторҙары һәм липоксигеназалар ашҡаҙан-эсәк тракты системаһының эшлектән сығара.
«Соя продукттары бәүел ташы сирле һәм бөйөрө ауыртҡандарға бөтөнләй ҡулланырға ярамай, сөнки уларҙа күп күләмдә ҡуҙғалаҡ кислотаһы бар»,—тип иҫкәртә белгестәр.
Ул беҙгә оҡшай
Соя итенән әҙерләнгән снектарҙың нимә менән йәлеп итеүе менән ҡыҙыҡһындым. «Беҙгә ул оҡшай, сөнки әсе генә, прикольно»,—тип аңлатты 11 йәшлек Соня. Уның 12 йәшлек әхирәте Нурания: «Ул бер яҡтан тәмле, икенсе яҡтан әсе. Төрлө тәмдәгеләре бар, мәҫәлән, креветка, краб һәм ябай ит. Минең класташтарым уны ашай, уларҙың ҡусты-һеңлеләре лә ярата».
Һүҙ аҙағында
Соя составында бер генә процент май һәм алмаштырғыһыҙ аминокислоталар бар.
Шуға уны вегетариандар һәм ябығырға теләүселәр ҡуллана. Әммә уның файҙаһы аныҡ ҡына билдәләнмәгән. Айырыуса төрлө консерванттар ҡушылған соя итенән снектың ыңғай яғын күрмәйбеҙ. Балаларығыҙҙың һаулығын һаҡлағыҙ!
ӘЙТКӘНДӘЙ
Балалар араһында Бабл-ти исемле эсемлек модала. Ул—һыуыҡ йә эҫе сәй, һөт йә уның үҫемлек аналогтары, емеш-еләк сироптары, пюре һәм һуттар нигеҙендә әҙерләнә һәм уға крахмал (тапиоки) шарҙар өҫтәлә. Тәме төрлө, уларҙы һауыттарға ҡойоп, көпшә менән бергә һаталар. Эскән мәлдә шарҙар көпшә аша ауыҙға эләгә. Эсемлектәргә желенан эшләнгән пудинг йә емешле күперек өҫтәйҙәр.
Бабл-ти 1980 йылдарҙа Тайванда барлыҡҡа килә. 1990 йылда ул урам эсемлеге булараҡ популяр була башлай һәм Азия, АҠШ, Европа илдәренә тарала. Унан Рәсәйгә лә килеп етте. Бер порцияла (500 мл) 300-500 калория иҫәпләнә. Шәкәр диабеты, һимереү менән йонсоған, ашҡаҙаны ауыртҡан балаларға ҡулланыу тыйыла. Ә 7 йәшкә тиклемгеләргә бөтөнләй кәңәш ителмәй.
Һуңға арала ғалимдар уны хәүефле эсемлектәр рәтенә индерә. Эсемлектә йөҙөп йөрөгән шарҙар организмда йыйылып, мейе, бөйөр һәм гормондар менән бәйле проблемалар тыуҙырыуы ихтимал. Крахмалдан торған шарҙар бик насар эшкәртелә, йыш ҡулланғандарҙа эс ҡуба, эсәктәр елем кеүек матдә менән ҡаплана.
ЙӘНӘ
Рәсәй табиптарына мыйыҡ үҫеүгә зарланып мөрәжәғәт итеүсе үҫмер ҡыҙҙар иҫәбе арта.
Сәбәбе—һимереү фонындағы гормональ тайпылыш. Үҫмерҙәрҙең күпләп фастфуд ашауы, газлы һыу эсеүе, аҙ хәрәкәт итеүе эндокрин системаһын "боҙа".
Элек бындай сәбәп менән 10 ҡыҙҙың 2-һе мөрәжәғәт итһә, хәҙер 10-дың 6-һы ярҙам һорай.
Табиптар дөрөҫ туҡланырға, күберәк хәрәкәт итергә, сәләмәт тормош алып барырға һәм ваҡытында дауаланырға кәңәш итә.
ҺҮРӘТ ИНТЕРНЕТТАҒЫ АСЫҠ СЫҒАНАҠТАН.
Мәҡәләне башҡа матбуғат сараларына редакцияның һәм авторҙың рөхсәтенән тыш алыу тыйыла.