Аҫтараҡ бер ҡатын яҙа. Күрше ир иғтибар итә, тоҙ һорап ингән була, ир үсегеп әсәһенә ҡайтты, төндәрем яңғыҙ үтә тип. Бер ҡараһаң--ҡатындан бер аҙым и ғаилә тарҡаласаҡ. Әммә ҡатынды аңлап була. яңғыҙ арыған. Миндә шундайыраҡ хәлдә.Һуң сыҡтым кейәүгә.Иремә тиклем йөрөгән егетемдән алдандым. Башҡа берәү менән булғаным юҡ. Опыт та юҡ инде. Кейәүгә сыҡтым, ауырға ҡалдым. угроза, ярамай, фәлән-фәсмәт. Бала тыуҙы. Йәнә ярамай. бала илай. Ир айырым йоҡлай. Шулай бер-беребеҙгә һыуындыҡ буғай. Ул ир булараҡ мине теләйме--белмәйем.Миңә лә барыбер һымаҡ. Әммә уйланып ҡуям да, аптырайым. Енси өлкәлә былай ҙа йәштәштәремдән артта ҡалғанмын. Бер йылы һүҙ, бер иркәләү юҡ. Мин бала тәрбиәләүсе, бешереүсе, йыйыусы. Ә ҡатын булараҡ ноль. Уйлайым да, үҙем барам янына. Булмаймы йәнәһе. Ир битемә бәреп һүгенеп әйтә, бар кит ти. Ҡаты ҡағыла. Ярай, башҡаны табырмын, тип китәм, йәнәһе ҡаты һүҙе өсөн үс алам. Үҙем беләм ундай аҙымға бара торған кеше түгелмен. Ул йөрөйҙөр тиерһегеҙ, йөрөмәй. көн дә өйҙә. 100 процент ышанам. Мин йөрөп туйғанмын ти. Ир кәрәкккәс, 18-20 йәштә кейәүгә сығыр кәрәк ине ти. Шулай. Миңә кәрәкмәгән дә һымаҡ, үҙ-үҙемде ҡатын булараҡ күргем, иремә һыйынғым ғына килә. Өс йыл инде баламды ғына ҡосаҡлап йоҡлайым. Ошоно тормошома өйрәнеп тә, күнеп тә киттем инде. бәлки, ысынлап та, аҙып-туҙып, уның кеүек "туйып" кейәүгә сығыр кәрәк булғандыр. юҡ, минән булмаҫ ине. Ул саҡта бөтөнләй күҙҙе астырмаҫ ине был ир.
Серләшкәндәрҙән төркөмөнән