Бөтә яңылыҡтар
Фекер
9 Ноябрь 2025, 14:40

Телегеҙҙән яҙмағыҙ, асылығыҙҙы үҙгәртмәгеҙ!

Күрәҙәсе лә, мулла ла, сәйәсмән дә түгелмен, һеҙҙең кеүек башҡорттоң бер бөртөгө мин. Был хәл минең менән бер нисә йыл элек булды. Ғүмерҙә лә төш күргәнем юҡ ине. Бер саҡ туҡтауһыҙ ниндәйҙер китаптар, доғалар, күҙҙәренән иҫ киткес изге нур бөркөлгән ап-аҡ кейемле кешеләр төшкә керә башланы. Миңә был төштәр оло бер ләззәт ине, сафланып, көс йыйып, йылмайып уяна инем. Ғәжәп төштәрҙе өләсәйемә һөйләнем. Изге төш, Ҡөрьән күрһәткәндәр, мәсеткә бар, саҙаҡаларынды бир, Ҡөрьән уҡы, тине. Ярар, тиһәм дә, һүҙемдә торманым, оноттом. Йәй көнө ауылға ҡайтып барғанда, Мәләүезгә етәрәк, ил өсөн көрәштә башын һалған башҡорт батырҙарына ҡуйылған һәйкәлгә ҡәҙер ташы һалырға, тип туҡталдым. Һалыуым булды, бер тауыш ишетелде. "Һүҙендә торманың,- тине ул тауыш, - мәсеткә барманың!" Боролоп, кире Өфөгә киттем. Ҡөрьәнде астым, төштә күрһәтелгән доғаны таптым. Унда Аллаһы Тәғәләгә иман килтереп тә, уны тотмаусылар тураһында яҙылғайны. Мәсеткә барып тубыҡланыуым булды, хажға барырға ҡушты әлеге тауыш. Ул йылда бара алманым, аҡса етмәне. Киләһе йылына Мәккәгә хаж айында түгел, һуңлап киттем. Аҡсам юллыҡ ҡына ине. Һөйләргә теләгәнем Мәккәнең изге тауына барып ҡайтҡандан һуң булды. Палаткала кинәт ҡаты йоҡо баҫты. Йоҡоға талдым, әммә тороп тубыҡланғанымды ап-асыҡ күрҙем. Әлеге изге тауыш ишетелде:

- Һеҙ, башҡорттар, өлгөрҙөгөҙ. Башҡорттар ун ике миллионға еткәс, Урал батыр кеүек бер бөйөк башҡорт тыуыр, бөтөн донъяларға танылыр, унда Аллаһы Тәғәләнең оло тамғаһы ятыр. Донъя үҙгәрер, уның артынан эйәрер.

Ә бик тиҙҙән башҡорт биш миллионға етер, телдәренән яҙғандар, илдәренән киткәндәр кире ҡайтыр. Сит ерҙәрҙә йәшәүсе башҡорттарҙың йәндәренә һағыш һәм ҡурҡыу ятыр, сиргә һабышырҙар, улар ҡайтыу юлын эҙләр. Уларға һәм уларҙың киләһе быуындарына тыуған ерҙәренә юл асылыр, ҡайта алмағандары кәбәк булып осор. Башҡорт ошоғаса миһырбанлыҡ мисәтендә йәшәһә, артабан ныҡыш, ғилем эйәһе, алғыр булыр. Башҡорт Аллаһтың рәхимлеге төшкән халыҡ, артабан был рәхимлеге икеләтә артыр, әммә талабы ла, гонаһлыға ғазабы ла икеләтә булыр. Кафырҙарҙың һүҙен тыңламағыҙ, һеҙгә яралмыштан Аллаһтың ҡурсыуы төбәлгән, иман тотһағыҙ ул һеҙгә меңләтә ҡайтыр.

Ғилем алығыҙ, һеҙҙе оло дан көтә. Телегеҙҙән яҙмағыҙ, асылығыҙҙы үҙгәртмәгеҙ, киләсәктең асҡысын боронғо телегеҙҙән эҙләгеҙ. Алдынғы һөнәрҙәргә эйә булығыҙ, донъя һеҙгә эйәрер. Таш мәсеттәр һалығыҙ, Аллаһтың рәхмәте төшөр. Кирбес йорттарҙа йәшәгеҙ, Аллаһы Тәғәлә ғүмерегеҙгә көс - ҡөҙрәт бирер. Кирбес файҙалы, Аллаһ атабыҙ әҙәмде лә балсыҡтан әүәләгән. Сауҙа итегез, иманлы сауҙа һауап булыр. Һеҙгә Аллаһтың ҡурсыу мөһөрө баҫылды, әммә уның асыуынан, язаһынан ҡурҡығыҙ. Эскеселәрҙе, фәхештәрҙе, наркомандарҙы арағыҙҙан ҡыуығыҙ. Әсәләрҙе ололағыҙ, әсә хаҡы — иң бөйөгө. Күп балалар үҫтерегез, ер - һеҙҙең өсөн. Аллаһ яралтҡан ерҙе боҙмағыҙ, таҙа булырһығыҙ. Телегеҙҙән яҙмағыҙ, яҙһағыҙ донъяның бер мөйөшө кителер, туҡтатып булмаҫ.

Уянып киткәндә тирә-яғымды Һиндостан мосолмандары уратҡайны. Бөтәһе лә баш эйҙе, аяҡ аҫтындағы ерҙе үпте. Улар мине ҡайтып киткәнсе хөрмәтләп ҡарап торҙо. Минең йоҡола килеш һауала тороп ултырғанымды, тирә-яғыма һауа нурланып торғанды күргәндәр икән. Аллаһтың ҡөҙрәтенә мең рәхмәтлемен, халыҡҡа еткерәһе һүҙҙе минең йәнем аша тапшырҙы, мине тере хат итте. Урыҫ исеме йөрөтә инем, илемә ҡайтҡас, Мәүлет тип исем әйттерҙем, мине хәҙер әүлиә Мәүлет тип йөрөтәләр.

Әйтәһе һүҙҙәрҙе еткерҙем һеҙгә. Онотмағыҙ: беҙ, башҡорттар, өлгөрҙөк. Ошонан да өмөтлөрәге, илаһирағы булмаҫтыр. Иң мөһиме - иман. Аҙашыусыларға кире ҡайтырға юл асыҡ. Эскеселәрҙе, наркомандарҙы, фәхишәләрҙе, ялҡауҙарҙы арағыҙҙан ҡыуығыҙ. Әсә хаҡы - Тәңре хаҡы. Күп бала үҫтерегеҙ. Башҡорттар ун ике миллионға еткәс, Бөйөк башҡорт тыуыр һәм донъя уның артынан эйәрер. Башҡорттар Аллаһтың рәхмәтле, өлөшлө халҡы.

Ошо изге хатты һис боҙмай ете тапҡыр күсереп таратһағыҙ, бәхет килер шул кешегә.

Изге теләктәр бойомға ашһын, Аллаһтың "Амин" тигәненә тура килһен. Иманда, иҫәнлектә, берҙәмлектә булайыҡ. Амин!

Тере һүҙ илтеүсе әүлиә Мәүлет.

Автор:
Читайте нас