Бөтә яңылыҡтар
Фекер
6 Октябрь 2025, 16:40

Ниңә ҡапҡалар ябыҡ, ишектәр бикле...

Яңыраҡ бер апай менән танышып, оҙон-оҙаҡ һөйләшеп ултырырға тура килде. Улы махсус хәрби операцияла икән... Ул күңеленә тынғылыҡ тапмай.

—Нимәгә генә тотонһам да уйымдан сыҡмай. Бигерәк тә өйҙә яңғыҙ ҡалһам. Ирем вахта менән ҡырҙа эшләй. Ул өйҙә саҡта нисек тә көн үтә, һөйләшә-һөйләшә сәй эсәһең, бергә ҡунаҡҡа, йә йомошҡа бараһың... Ул китһә, бошонҡо көндәр башлана. Күрше-тирәмде сәйгә әйтәм, йә өйҙә түгелбеҙ тиҙәр, йә бушамайҙар... Кеше һүҙенә әүерәп ултырһаң, алама уйҙар ҡаса бит. Үҙҙәренә инәм тиһәң, ҡапҡалары бикле. Әллә нимә булды донъяға?! Миңә ауыр мәлдә шулай тойола тиер инем, кеше элек бит бер-береһенә хәл белергә йөрөштө, бер ҡасан да ишек-ҡапҡаһы ябылманы. Хәҙер ниңә кеше ҡаты икән ул?—тип уфтанды.

 

Ысынлап та, кеше үҙгәрҙеме ул? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? 

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас