Рухи сәләмәтлек нигеҙе
Күпселегебеҙ үҙебеҙгә проблемалар тыуҙыра, сөнки ул башҡаларҙың эшенә йыш ҡыҫыла. Беҙ быны яҡшы беләбеҙ һәм беҙҙең фекер иң дөрөҫө тип уйлауҙан шулай эшләйбеҙ. Һөҙөмтәлә беҙ үҙебеҙ менән риза булмағандарҙы тәнҡитләйбеҙ һәм уларҙы дөрөҫ юлға, йәғни беҙҙең юлға йүнәлтергә тырышабыҙ. Беҙҙең бындай мөнәсәбәт шәхестең барлығын, тимәк, Аллаһтың барлығын да инҡар итә, сөнки ул һәр беребеҙҙе үҙенсәлекле итеп яралтҡан.
Бер үк эш башҡарған, бер үк фекер йөрөткән ике кеше юҡ. Бөтә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрендә йәшәгән илаһи көс, аҡыл ҡушҡанса эшләй. Аллаһ һәр нәмәне һәм һәр кемде күҙәтә. Башҡалар хаҡында борсолорға кәрәкмәй! Үҙегеҙҙе ҡайғыртығыҙ!
Был күңел тыныслығына өлгәшеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы. Беҙ йыш ҡына үҙебеҙҙе рәнйеткән кешегә ҡарата кире хистәр кисерәбеҙ. Бер тапҡыр ғына рәнйетһә лә шуны онотмайбыҙ һәм һәр ваҡыт ризаһыҙлығыбыҙҙы көсәйтәбеҙ. Йәғни «бер үк яраны соҡойбоҙ ҙа соҡойбоҙ». Аллаһтың һәм ғәмәлдәрҙең (карма) ғәҙеллегенә ышанығыҙ. Уға һеҙгә зыян килтергәндәрҙең ҡылыҡтарын хөкөм итергә рөхсәт итегеҙ. Тормош бик ҡыҫҡа, уны төрлө ваҡ-төйәк нәмәләргә сарыф итергә ярамай. Ғәфү итегеҙ һәм алға барығыҙ.
Был донъяла эгоистар етерлек. Улар үҙҙәренә файҙа килтермәгән кешеләрҙе һирәк ҡәҙерләй. Йәнә бер кем дә камил түгел. Ни өсөн һеҙ үҙегеҙ кеүек үк кешенән маҡтау көтәһегеҙ? Ни өсөн һеҙ шулай танылырға теләйһегеҙ? Үҙегеҙгә ышанығыҙ. Башҡаларҙың маҡтауҙары оҙаҡҡа бармай. Үҙ бурыстарығыҙҙы үтәгәндә әхлаҡ һәм ихласлыҡ тураһында онотмағыҙ. Ҡалғанын Аллаһҡа тапшырығыҙ.
Көнсөллөк беҙҙең күңел тыныслығын нисек боҙа ала икәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙгә ҡарағанда нығыраҡ эшләп тә һеҙ түгел, ә улар күтәрелһә, уларға көнләшергә кәрәкме? Юҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һәр беребеҙҙең тормошо үткән ғәмәлдәребеҙҙең һәм эштәребеҙҙең, шулай уҡ алдағы тормоштарыбыҙҙың кармаһына ярашлы ҡорола. Әгәр яҙмыш тарафынан һеҙгә бай булырға яҙған икән, донъяла бер нәмә лә һине туҡтата алмаясаҡ. Башҡаларҙы уңышһыҙлыҡтарында ғәйепләп, бер нәмәгә лә өлгәшә алмаясаҡһығыҙ. Көнсөллөк һеҙҙең тыныслыҡты ғына аласаҡ, башҡа бер нәмә лә килтермәйәсәк.
Һеҙ донъяны яңғыҙ үҙгәртергә тырышмағыҙ, был мөмкин түгел. Үҙегеҙҙе үҙгәртеү яҡшыраҡ түгелме? Һәм шул саҡта хатта дуҫтарса булмаған мөхит тә һеҙҙең өсөн күңелле һәм гармония буласаҡ.
Был етешһеҙлектәрҙе ыңғай яҡҡа әйләндереүҙең яҡшы ысулы. Көн һайын беҙ үҙебеҙҙең контролдән ситтә булған уңайһыҙлыҡтар, ярһыуҙар, ауырыуҙар һәм бәхетһеҙ осраҡтар менән осрашабыҙ. Беҙ уларҙы ҡабул итергә өйрәнергә тейешбеҙ, үҙебеҙгә: «Аллаһ шулай теләне. Шулай булһын». Сөнки Аллаһ логикаһы беҙҙең аңлау сигенән ситтә тора. Быға ышанығыҙ һәм сыҙамлыраҡ, көслө һәм ихтыярлыраҡ булырһығыҙ.
Йыш ҡына беҙ үтәй алғандан күберәк йөкләмәләр алабыҙ. Беҙ быны үҙ эгобыҙҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн эшләйбеҙ. Шуға күрә мөмкинлектәрегеҙҙе үлсәгеҙ. Буш ваҡытығыҙҙы доғаларға, үҙ-үҙегеҙҙе анализлауға һәм медитацияға бағышларға тырышығыҙ. Был һеҙгә үҙегеҙҙе камил кеше итеп тойорға ҡамасаулаған уйҙарҙы кәметергә ярҙам итәсәк. Уйҙар аҙыраҡ булған һайын, күңел тыныслығы ла арта.
Медитация аҡылды уйҙарҙан азат итә, был—күңел тыныслығының иң юғары торошо. Көн һайын 30 минут медитация үткәрһәгеҙ, ҡалған 23 сәғәт 30 минут дауамында тыныслыҡ һаҡлай алаһығыҙ. Һеҙҙең аҡылығыҙ элеккесә көсөргәнештә булмаҫ. Был һеҙҙең эш һәләтегеҙҙе арттырырға ярҙам итәсәк, һеҙ күберәк эште әҙерәк ваҡыт эсендә башҡарасаҡһығыҙ.
Буш аҡыл—иблис һыйыны. Бөтә насар эштәр ҙә аҡылда башлана. Аҡылығыҙҙы ыңғай һәм лайыҡлы нәмә менән мәшғүл итергә тырышығыҙ. Үҙегеҙгә хобби булдырығыҙ. Аҡсамы йәки күңел тыныслығымы? Ҡайныһы мөһимерәк икәнен хәл итергә тейешһегеҙ. Һеҙҙең хобби ҙур аҡса килтермәүе мөмкин, мәҫәлән, йәмәғәт эшмәкәре эше, әммә ул һеҙгә үҙ-үҙегеҙҙе тормошҡа ашырыу һәм уңыш тойғоһо бирәсәк. Хатта ял иткәндә лә, Аллаһҡа доға уҡып йәки йырлап алығыҙ.
«Быны эшләргә кәрәкме? Йәки кәрәкмәйме?» тигән кеүегерәк уйҙарға ваҡытты сарыф итмәгеҙ. Һеҙ был файҙаһыҙ эске бәхәстәр өсөн көндәр, аҙналар һәм хатта йылдар сарыф итә алаһығыҙ. Барыһын да планлаштырып, иҫәпләп мөмкин түгел, сөнки киләсәк ваҡиғаларҙы алдан күҙаллап булмай. Алланың үҙ планы барлығын һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Ваҡытығыҙҙы иҫәпләгеҙ һәм эштәрегеҙҙе башҡарығыҙ. Әгәр берәй нәмә килеп сыҡмаһа, унда бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс нәмә юҡ.
Һеҙ һәр ваҡыт үҙ хаталарығыҙҙы төҙәтә һәм киләһе тапҡыр уңышҡа өлгәшә алаһығыҙ. Борсолоп ултырһаң, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Үҙ хаталарығыҙҙы өйрәнегеҙ, әммә үткәндәргә тоғро ҡалмағыҙ. Бер ҡасан да бер нәмәгә лә үкенмәгеҙ! Булған бөтә нәмә тап шулай булырға тейеш ине. Быны Аллаһ ихтыяры кеүек ҡабул итегеҙ.
Резеда Усманова тәржемәһе.
Авторҙың рөхсәтенән тыш, «Атайсал» гәзитенә һылтанма эшләмәйенсә, башҡа матбуғат баҫмаларынынң сайтына алыу тыйыла.