- Ҡәнәғәтһеҙлек белдереп йә иһә хөкүмәтте, түрәләрҙе, футболистарҙы, һауа торошон, коллегаларығыҙҙы, күршеләрегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы, балаларығыҙҙы әрләп, һеҙ тормош көҙгөһөндә үҙегеҙгә кәрәкмәгәнде сағылдыраһығыҙ һәм ысынбарлыҡта шуны алаһығыҙ ҙа.
- Үҙегеҙгә нисек барһығыҙ шулай булырға ирек бирегеҙ. Йәғни үҙегеҙҙе ҡабул итегеҙ! Ә башҡаларға үҙҙәре булып ҡалырға форсат бирегеҙ. Уларҙан булмаған һәм булмаясаҡты көтөп ниңә үҙегеҙҙе яфаларға? Булғанынса ҡабул итегеҙ һәм хәл яҡшыға үҙгәрер.
- Үҙ «проектор»ығыҙҙа әйләнгән киноны ғына ҡарарға була. Нимәне һүрәткә төшөрәһегеҙ—шуны күрәһегеҙ. Кешеләр киреһенсә эшләй: нимәне күрә—шуны төшөрә. Проблема ошонда бит. Айырмаһын күрәһегеҙме?
- Һеҙ беренсел стереотипты боҙһағыҙ ғына, мөғжизә буласаҡ. Бының өсөн маҡсатҡа өлгәшеү сараһын түгел, маҡсаттың үҙен алға ҡуйырға кәрәк.
- Әгәр һеҙ үҙегеҙҙе «был замандан түгелмен» тиһәгеҙ йә иһә был донъя менән «нимәлер булған» тип уйлаһағыҙ, тимәк, һеҙ уяна башлағанһығыҙ йә уянғанһығыҙ. Был яҡшы.
- Әгәр һеҙ тиҫкәреләнеп һәм туҡтамаҫтан үҙ «кино»ғыҙҙы башығыҙҙа әйләндереп маҡсатығыҙға табан барһағыҙ, был ысынбарлыҡҡа алып килеп еткерә. Инициатива кәрәк.
- Нимә эшләргә ярамай? Үҙ тормошоғоҙға зарланырға һәм төңөлөргә. Уңманым тип уйламағыҙ. Һеҙгә нисә йәш булһа ла! Был тормошта бер нәмә лә юҡҡа түгел.
Резеда Усманова тәржемәһе.
*Башҡа сайт һәм социаль селтәрҙәргә авторһыҙ һәм уның рөхсәтенән тыш алыу тыйыла. «Бәйләнештә» репост мөмкин.