АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
29 Август 2025, 10:40

60 йәшлек ҡыҙҙар...

Һуңғы вакытта йәш ҡыҙҙарҙан ҡалышмаҫҡа тырышыусы оло ҡатындарға ҡарап, көлкө килә. Әлбиттә, үҙҙәрен ҡарап, матур булырға тырышыуҙары яҡшы. Әммә 20 йәшлек ҡыҙҙар кейеп йөрөгән джинсылар, блузкалар, африка толомдарын йөрөтөүҙәре бигерәк көлкө күренә бит. Бер 57 йәшлек ҡатын, мәҫәлән, шулай кейенеү генә түгел, ире була тороп, үҙенән 12 йәшкә кесе йәш ирҙәр менән аралаша.

ГӘЗИТ УҠЫУСЫБЫҘ ФЕКЕР БЕЛДЕРӘ:

 

Һуңғы вакытта йәш ҡыҙҙарҙан ҡалышмаҫҡа тырышыусы оло ҡатындарға ҡарап, көлкө килә. Әлбиттә, үҙҙәрен ҡарап, матур булырға тырышыуҙары яҡшы. Әммә 20 йәшлек ҡыҙҙар кейеп йөрөгән джинсылар, блузкалар, африка толомдарын йөрөтөүҙәре бигерәк көлкө күренә бит. Бер 57 йәшлек ҡатын, мәҫәлән, шулай кейенеү генә түгел, ире була тороп, үҙенән 12 йәшкә кесе йәш ирҙәр менән аралаша. Вк-ла шул тиклем күп итеп фотолар һала, етмәһә үҙен фильтр аша үткәреп, ярым-яланғас фотоларын ҡуйыуы бит әле?! Һуң был йәштә ейән-ейәнсәрҙәрҙе ҡарап, баҡсаңды бағып, ирең менән бергә бәхет- шатлыҡта йәшәүҙән йәм таба торған ваҡыт түгелме?!
Ошо хаҡта билдәле тележурналист Юлия Меньшова ла сығыш яһағайны: "Милые женщины, старейте достойно. Не соревнуйтесь с 20-30-летними. Ведите себя красиво!"

Мин тулыһынса уның һүҙҙәре менән килешәм. Һәм үҙем дә шундай лайыклы итеп үҙемде тотормон, тормошомдо ейән- ейәнсәрҙәремде ҡарашырға, тәрбиәләргә бағышларға, баҡсамда матур сәскәләр, йәшелсәләр үҫтереп кыуанырға яҙһын, тип хыялланам. Һаулыҡ булһын, иншаллаһ.

 

Зөлфиә Ш.

Автор:
Читайте нас