АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
22 Август 2025, 17:50

Ҡәйнәм мине яратмай

Ҡәйнәмдең ике малай, һәм ике килен. Ҡәйнәм кесе киленен ныҡ ярата. Беҙҙе бар тип тә белмәй. Килендәшемде һөнәри байрамында сәскә биреп ҡотлай, мине юҡ. Уның балаһына жилет нәски бәйләп бирә, минекенә юҡ. Балаларҙың араһы өс ай ғына. Аяттарға саҡыра уны, мине юҡ. Минең иҫем китә шуға. Мин бала табыу йортонда ятҡанда бер шылтыратып хәл белмәне, ә килендәшемә һәр ваҡыт яҙғылап, шылтыратып йонсотоп сығарған...

Ҡәйнәләр тураһында күп яҙалар, мин дә үҙемдекен яҙып үтәйем әле.
Ҡәйнәмдең ике малай, һәм ике килен. Ҡәйнәм кесе киленен ныҡ ярата. Беҙҙе бар тип тә белмәй шикелле. Килендәшемде һөнәри байрамында сәскә биреп ҡотлай, мине юҡ. Уның балаһына жилет нәски бәйләп бирә, минекенә юҡ. Балаларҙың араһы өс ай ғына. Аяттарға саҡыра уны, мине юҡ. Минең иҫем китә шуға. Мин роддомда ятҡанда бер шылтыратып хәл белмәне, ә килендәшемден нервыһына тейгән һәр ваҡыт яҙғылап, шылтыратып.
Мин үҙем юха кеше түгел, гел тураһын әйтәм әллә шуға ярап булмай мы инде. Ҡәйнәмде сәйгә саҡырып, өйөн йыуып, бер ҡалала йәшәһәк тә яҙышып ватцапта, гел аралашып тора инек гел, әллә нишләп аралар насарайып китте. Ҡысҡырышып, бер ирешеп ултырған юҡ, әммә арала шундай негатив бар икәне һиҙелеп тора. Мин үҙем дә ныҡ һыуындым уға. Балам менән больницала ятҡанда үҙем ныҡ ауырып киттем. Шунда ла бер ярҙам, бер йылы һүҙ ишетмәнем. Инәйем өндәшмә туҙ тей. Благо отдельно йәшәйбеҙ, ул килеп ҡайтып киткәнсе саҡ түҙәм. Ул шулай айырып ҡарай башланғаны баллар тыуғас тағы ла нығыраҡ беленде. Тегеләрҙең балалары теленән төшмәй, беҙгә килеп минең балаларым менән буламы тиһәм, тик теге баланы һөйләп, сағыштырып тик ултыра. Йән көйә. Мин бер уйлагандарымды бөтә әйттем ҡәйнәмә. Ул дөрөҫлөккә кеше асыуланмай, ярай килен, тиеп ҡуйҙы. Шул һөйләшеүҙән һуң мин бүтән өндәшмәҫкә булдым. Ни булһа ла өндәшмәй түҙеп барам. Тик инде саҡырмайым да, яҙмайымда. Килһә килһен үҙе, килмәһә яҡшы тип тик йөрөйөм.
Теге килендәшем менән бер ваҡыт ныҡ ҡына ҡәйнәне тикшереп алғайныҡ. Шунда килендәшем  ҡәйнәне күрә алмайым тип әйтеп ҡуйҙы, ә үҙҙәре тормошта айырылығыһыҙ дуҫтар. Шуға бәлки килендәшем араларҙы бутап ҡуйғандыр. Кем белә инде.
Күп яҙҙым кунел бушатам тейеп. Бәлки мине аңлаусылар яҡлаусылар булыр. Бәлки өлкән, үҙҙәре ҡәйнә булған, апайҙар үҙ фекерен әйтер.

Серләшәйек төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас