АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
20 Август 2025, 16:20

Миңә тигән кешем ул булған!

"Уҙеңә тигән кеше ваҡыты еткәс осраясаҡ" - һәр ваҡыт шулай тине әсәйем. Шунан дүртенсе курста уҡығанда теге ҡыҙыҡайҙың һөйләгәне иҫкә төшөп ҡыҙыҡ өсөн яҙа башланым. Шундай-шундай характерлы тип, йөҙө шулай, буйы былай, йәше нисәнән нисәгә тиклем, хатта йондоҙлоғо ниндәй булыуын, уны үлеп һөйөүемде, уның мине яратыуын теләүемде, ҡыҫҡаһы башыма ниндәй теләктәр килде минең киләсәк һөйгәнем тураһында барыһын да яҙҙым. Әллә бер аҙна ҡараламала яҙып йөрөнөм микән иҫкә төшкән нимәләрҙе өҫтәй -өҫтәй. Шунан ҡумтаһын ултырып эшләнем (мотлаҡ барыһы ла үҙ ҡулың менән эшләнергә тейеш) Ҡыҙыл гуашь алып буяным тегене. Шунан тумбочкама ултыртып ҡуйҙым. Беҙ уның менән шунса йылдың, шундай айына тиклем танышырға һәм ҡауышырға тейешбеҙ, тип тороп яҙып ҡуйҙым хатта.

Миңә тигән кешем ул булған!Миңә тигән кешем ул булған!
Миңә тигән кешем ул булған!

Мин дә һеҙгә серемде һөйләп үтәйем әле! Һөйгәнемде нисек осратып, нисек ҡауышыуыбыҙ тураһында. Мин икенсе курста уҡый инем шикелле, бер бүлмәлә йәшәгән ҡыҙыҡай менән һөйләшеп ултыра инек про "визуализацию мыслей", шунда һөйләне миңә. Йәнәһе киләсәктә үҙ яртыңды осратыр өсөн ҡыҙыл ҡумта эшләп, эсенә нимәләр күрергә теләйһең буласаҡ һөйгәнеңдә - шуларҙы яҙаһың да һалаһың тип. Кеше күҙенә бик ташланып урынға ултыртып ҡуяһың. Унан һуң күпмелер ваҡыт үтте. Төрлө егеттәр иғтибар күрһәтә итә ине. Әммә күңелгә ятҡан кеше юҡ инде. Ҡайһы берҙә әсәйемә әйтә инем: "Мин бер кемде лә ярата алмайым! Йә буйы не то, йә йөҙө не так, йә характеры оҡшамай, йә еще что-то!". "Уҙеңә тигән кеше ваҡыты еткәс осраясаҡ" - һәр ваҡыт шулай тине әсәйем. Шунан дүртенсе курста уҡығанда теге ҡыҙыҡайҙың һөйләгәне иҫкә төшөп ҡыҙыҡ өсөн яҙа башланым. Шундай-шундай характерлы тип, йөҙө шулай, буйы былай, йәше нисәнән нисәгә тиклем, хатта йондоҙлоғо ниндәй булыуын, уны үлеп һөйөүемде, уның мине яратыуын теләүемде, ҡыҫҡаһы башыма ниндәй теләктәр килде минең киләсәк һөйгәнем тураһында барыһын да яҙҙым. Әллә бер аҙна ҡараламала яҙып йөрөнөм микән иҫкә төшкән нимәләрҙе өҫтәй -өҫтәй. Шунан ҡумтаһын ултырып эшләнем (мотлаҡ барыһы ла үҙ ҡулың менән эшләнергә тейеш) Ҡыҙыл гуашь алып буяным тегене. Шунан тумбочкама ултыртып ҡуйҙым. Беҙ уның менән шунса йылдың, шундай айына тиклем танышырға һәм ҡауышырға тейешбеҙ, тип тороп яҙып ҡуйҙым хатта. Ваҡыт үтә бирҙе. Һөйгәнем тейеш кеше менән таныштыҡ. Ул икәнен әле белмәй инем әле. Ипләп кенә аралаша итә башланыҡ. Танышҡандан һуң бер-ике курештек тә ул вахта менән ике айға эшкә китте. Ә мин уның турала бер кемгә лә һөйләмәнем, хатта иң яҡын әхирәтемә лә, күҙ тейеп ҡуймаһын тип. Шул тиклем ҡәҙерләп һаҡланым аралашыуыбыҙҙы. Ике ай буйы иртәләрен, кистәрен көн һайын аралаштыҡ, смстар ебәреп, һәр иртә "Хәйерле иртә!" тип, һәр кис "Тыныс йоҡо!" тип булһа ла яҙышып торҙоҡ. Бер кем дә белмәне минең уның менән яҙышҡанды. Ике айҙан ул ҡайтты ла миңә осрашырға тәҡдим итте. Шунан бер ай тирәһе осрашҡандан һуң теге ҡумтам иҫемә төштө. Асып ҡарарға булдым (ул кешеңде осратмайынса ярамай асырға) Минең һәр бер теләгем ҡабул булған ине! 90% мин яҙғанса ине! Мин ул кешене алдан белеп, уның тураһында яҙып һалғанмынмы ни! Хатта "шул көнгә тиклем беҙ осраша башларға тейешбеҙ" тигән көндән бер көн алда ул миңә тәҡдим яһаны :) Шулай бына. Әлеге көндә беҙ бергә инде дүртенсе йыл. Ошо турала һөйләгәйнем уға, мине "шаманка" тип көлөп йөрөнө бер ара. Бер-беребеҙҙе яратабыҙ, өҙөлөп торабыҙ. Тормошобоҙҙо бергә бәйләнек. Хоҙай беҙҙе бер-беребеҙ өсөн яратҡандыр... Миңә тигән кешем ул булған! Бына шулай!
Һөйөгөҙ! Һөйөлөгөҙ! Мөғжизәгә ышанығыҙ! Әгәр ысын күңел менән ышанһаң барыһы ла ҡабул була!

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас