Бер мәл ҡараҡтар уның магазинын яндыра. Уларҙы тотоп, төрмәгә ябалар, әммә сауҙагәргә был еңеллек килтермәй. Сөнки уның магазины бөтә мөлкәте менән янып бөтә. Сауҙагәр банкир танышына барып яңы магазин төҙөүгә аҡса һорай, ә ул: —Мин ярлыларға бурысҡа аҡса бирмәйем. Бурыстарын түләмәгән өсөн уларҙы төрмәгә ултыртыуҙары ихтимал бит,—ти.
Сауҙагәргә ярҙам итеүҙән бөтә дуҫтары ла баш тарта. Шул мәлдә сауҙагәр атаһынан хат ала: «Улым, беҙ һинең бәләгә тарыуың тураһында ишеттек. Кил. Ағас башынан япраҡтар тамырҙарға төшә».
Сауҙагәр хатты уҡып бер нәмә лә аңламаһа ла, күп йылдар күрмәгән ата-әсәһе янына ҡайтырға була. Бик кәйефһеҙ ҡайтып инә ул. Әсәһе йүгереп йөрөп улына табын әҙерләй. Ә атаһы бер сумка аҡса килтерә:
—Улым, был һин беҙгә ебәреп торған аҡсалар, беҙ уны йыйҙыҡ. Аҡсаға мохтаж түгелбеҙ, үҙ-үҙебеҙҙе ашатыр хәлдәбеҙ. Һин шуны ғына онотма: беҙ—һинең тамырҙарың, йышыраҡ ҡайт.