АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
25 Июнь 2025, 10:20

Аллаһ үҙе ярҙам итте

Быны миңә атайым һөйләне. Был хәл 1942-1943 йылдарҙың ҡышында була. Уның һөйләүе буйынса яҙам: —Бер төркөм яугирҙәр (атайыма 18 йәш булған) Харьков янындағы ҡамауҙан сығабыҙ. Асбыҙ, арығанбыҙ, өшөгәнбеҙ...Ҡасан ашағанды ла, йоҡлағанды ла иҫләмәйбеҙ. Өҫтәүенә, бик ныҡ һыуыҡ ине. Шул саҡ бер сиркәүгә юлыҡтыҡ. Унда бер кем юҡ. Командир усаҡ яғырға бойорҙо. Ләкин утын юҡ, стеналарҙа иконалар ғына тора. Ҡаушау тыуҙы. Ҡайһы берәүҙәр иконаны яғырға ярамай, ти. Ә башҡалар: «Яҡмаһаҡ барыбыҙ ҙа үләбеҙ», ти. Хәҙер ниндәй икона булғанын иҫләмәйем, төрлө ине улар. Бәхәсләшкән мәлдә бер кем дә иконаға ҡараманы. Кинәт кемдер ғәжәпләнеп: «Ҡарағыҙ әле»,—тине.

Шул саҡ барыбыҙ ҙа иконалар урынында таҡталар тороуын күрҙек. Ҡайһы бер урындарында буяу эҙҙәре бар ине. Быны аңлатырлыҡ түгел. Стеналағы иконалар таҡтаға әйләнде бит. Усаҡ яғып ебәрҙек, ҡарҙан һыу ҡайнаттыҡ, йылындыҡ, ә бер тәүлектән үҙебеҙҙекеләр яғына сыҡтыҡ. Һыуыҡтан өшөмәҫ өсөн бер нәмә ҡалдырмай яҡтыҡ. Ә бит был ысын мөғжизә булды. Һыуыҡтан үлһәк үлер инек, иконаны яҡмаҫ инек. Беҙҙе ҡотҡарыу, йылытыу өсөн Аллаһы Тәғәлә иконаларҙы таҡтаға әйләндергәндер.

 

Интернеттан.

 

Интернетта татар телендә яҙылған ошондай яҙмаға юлыҡтыҡ.

 

Ә һеҙ был сәйер хәлгә ышанаһығыҙмы? Мөмкинме икән шулай?

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас