АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
30 Апрель 2025, 11:30

Күгүлән

Һеҙҙә был үләнде нимә тиҙәр?

КүгүләнКүгүлән
Күгүлән

Башҡортостанда был үләндең 20 төрө иҫәпләнә. Ҡара бойҙай һымаҡтар ғайләһенә ҡараған был үләндең бөтә төрҙәрен дә урыҫса ГОРЕЦ исеме берләштерһә, башҡортса улар төрлөсә исемдәр менән атала. Бер йыллыҡ үлән.
Күпереп үҫкән йомшаҡ ҡына бәпкә үләне, күптәрҙең бала сағын хәтерләткән, тыуған йорттоң айырылғыһыҙ хәтирәһелер ул. Йәйҙең йорто иркен тигәндәй, элек электән ауыл балалары күгүләндә тәгәрәп уйнағандар , шунда йоҡлағандар бит инде.  Урамдың буйынан буйына һуҙылып ятып , шаяра - шаяра күгүлән өҫтөндә йоҡлап китә  торғайныҡ тип һөйләй торғайны атайым. Бай баллары түшәк - яҫтыҡ сығарып ятһаларҙа, таң атыуға ҡаҡ үлән өҫтөндә ятырҙар ине, ә шуғыраҡтары, улар йоҡлап китеү менән, ҡаралтыһын һалдырып алып, түшәктә йоҡлап китерҙәр ине тип һөйләй торғайны ул.
Ҡышты, ауырлыҡтар күреп саҡ сыҡҡанда ,, Күгүләнгә баҫһаҡ бирешмәҫ инек " тейеүләрелә, тап ошо бәпкә үләненә ҡағылышлы әйтелгән бит инде.
Күгүләндең, ҡанды туҡтатыу үҙенсәлеге булғанлыҡтан,  төнәтмәһен бала тапҡан ҡатындарға эсерер булғандар.
Халыҡ медицинаһында уны , бөйөрҙә, үт ҡыуығында таш булған осраҡта файҙаланалар. Тик был ауырыуҙың киҫкенләшкән сағында, күгүлән менән дауаланыу тыйыла. Шулай уҡ үпкә ауырыуҙарынан, ҡан тамырҙарын нығытыр өсөн, эс киткәндә һәм тынысланыу өсөн килешә тейләр.
Ауырлы ҡатындарға, ҡуйы ҡанлы кешеләргә күгүлән менән дауаланыу тыйыла.
Миңә ҡалһа, бер ниндәйҙә газон үләндәренә , таш юлдарға алыштырмаҫ инем үҙебеҙҙең бәпкә үләнен.
Ҡайһы райондарҙа, был үләнде ҡаҙ үләне тип йөрөтәләр.(Беҙ шулай тейбеҙ)
Тәржемә китабында иһә, КҮГҮЛӘН, БӘПКӘ ҮЛӘНЕ тип бирелә.
Ә һеҙҙә нисек әйтәләр, шифа өсөн ҡулланаһығыҙмы? Яҙығыҙ.

 

Аҫылбикә Мәзитова.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас