Минең тормошомдо яҙған тиерһең. Күп эстем мин дә. Эскән шешәләрҙе аҡсаға әйләндерһәм, әле минән дә бай кеше булмаҫ ине, моғайын. Себерҙән эштән ҡайтам да, алған аҡсамды эсеп бөтәм дә тағы китәм. Ҡатыным, балаларым нисек түҙҙе икән, тип аптырайым. Әлбиттә, оҙаҡ түҙмәнеләр. Ике баланы алып, баш һуҡҡан яҡҡа сығып китте улар ҙа. Әсәй менән атайҙы оҙаҡ яфаланым. Шулай ҙа бер ҡурҡыныс хәл мине айнытып ебәрҙе.
Эшләп ҡайтып шешәләш дуҫтар менән шағараҡ ҡороп, эсеп ятабыҙ. Ҡатындар ҙа бар. Нисә көн, нисә төн эскәнбеҙҙер, иҫтә юҡ. Бер көн таң менән һыуһап килеп уяндым. Баш төҙәтергә араҡы түгел, эсергә һыу ҙа юҡ. Эргәлә бер ҡатын ята бәләкәй балаһы менән. Ни ғәләмәт, бына шул баланың муйынына тешемде батырғым килә. Торҙом, тирә-яҡты байҡаным, барыһы ла йоҡлай, шылт иткән тауыш юҡ. Башым зыр әйләнә, ҡысҡырып илағыммы, көлкөммө килә. Минең тауышҡа бала ла уянды, илай башланы. Уның сеңләүе минең төпкөл аңымды уятып ебәрҙе. Шаҡ ҡаттым үҙемдең ҡылығымдан. Бына эргәмдә әллә ниндәй заттар хахылдап көлә. Уларға ҡушылып мин дә хихылдайым. Илаған балаға ҡарап илайым.
Бына ошондай параллель, йәғни ендәр донъяһына эләктем. Унан нисек ҡотолғанымды үҙем генә беләм. Иҫләһәм, әле лә ҡош тәне ҡалҡып китә.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, егеттәр, эсмәгеҙ. Ә ҡатын-ҡыҙ, араҡынан бөтөнләй йыраҡ йөрөгөҙ!
С.И.
«Көнгәк» гәзите сайтынан.