Бер нисә йыл димселек менән шөғөлләнгән Фирҙәүес апай Әминева арыуыҡ ҡына яңғыҙаҡтарҙы ҡауыштырған кеше. Әммә уны аптыратҡан хәлдәр ҙә йыш була. Шуларҙың береһе менән уртаҡлаша:
Сәйер кешеләр, сәйер яңғыҙҙар...
Буйҙаҡ 30-ға тиклем өйләнмәһә, 30-ҙан һуң ҡурҡып өйләнмәй тигән мәҡәл бар икән. Өйләнмәгән, кейәүгә сыҡмағандар сәйер кешегә лә әйләнеп китәләр ҡай саҡ. Эт йә бесәй алып көтә башлайҙар. Шул хайуандарҙы бала кеүек ҡарайҙар. Ярай, көтһөндәр ҙә икән ти. Тик тормош юлдашы булырҙай кеше осраһа, ҡай саҡ кешене түгел, ә бесәйҙе һайлай яңғыҙ, инде 40-ҡа етеп килгән ҡыҙ. Сөнки егет уның бесәйенә ҡырын ҡарай икән. Ул ҡыҙҙы ғына түгел, бесәйен дә яратырға тейешле икән.
«Улымдың ҡыҙҙар менән йөрөргә ваҡыты юҡ. Эш тә өй, эш тә өй. Ваҡыты юҡ уның. 2 бесәйе бар, уларҙы ҡарай, ветеринарға йөрөтә йыш ҡына. Шул тиклем бесәй ярата», — ти бер әсә. Улының ваҡыты булмағас, әсә кеше килен эҙләй.
«Ҡыҙымдың бесәйе егетенең эте менән һыйыша алмай, шуға улар бергә була алмай.Ташлаштылар»,— ти икенсе бер әсә.
«3 улым бар, өсөһө лә бер ҙә өйләнмәгән. Өлкән улыма—50, икенсеһенә—47, бәләкәйенә—40 йәш,— ти бер инәй.—Кәләш кәрәк ине, берәүһенә булһа ла. Өсөһө лә вахта эшләй. Өсөһө лә эсә, вахталары ҡай саҡ тап килһә һуғышып бер булалар»,—тип зарлана әсә кеше. Ә мин белә күрә берәүҙең ғәзиз балаһын шул өсәүҙең береһе менән таныштырайыммы?! Булмай инде улай. Тәрбиәгеҙҙең һөҙөмтәһен күрәһегеҙ инде ҡартайған көнөгөҙҙә, нисек кенә ҡыйын булмаһын. Ә шул егеттәр армиянан ҡайтҡас та ниңә өйләндереү тураһында уйламаған ул ата-әсәһе?
Һәр нәмәнең үҙ ваҡытында эшләнеүе хәйерле бит.
Минән кәңәш: оҡшаған кешегеҙҙе осратһағыҙ, ер сигенә лә булһа барырға риза булығыҙ! Этенә лә, бетенә лә ҡарамағыҙ, юҡ, бесәйенә тип әйтергә кәрәк шикелле.
Димсе Фирҙәүес Әминева.