АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
8 Апрель 2025, 15:55

Ғүмер көҙөнә һәр кем төрлөсә етә

Яҙмыш кешене төрлөсә һынап ҡарай, алдын да, артын да күрһәтә. Берҙән бер улын, ҡатынын да юғалтҡан оло йәштәге Ғәфүр ағай, яңғыҙ ҡалғас, Баймаҡ районының Түбә ауылында урынлашҡан ҡарттар йортона үҙ теләге менән барған. 

Ғүмер көҙөнә һәр кем төрлөсә етәҒүмер көҙөнә һәр кем төрлөсә етә
Ғүмер көҙөнә һәр кем төрлөсә етә

Хәйбулла районының Әбеш ауылы биләмәһе башлығы Таһир Юнысов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә:

-Яҙмыш кешене төрлөсә һынап ҡарай, алдын да, артын да күрһәтә тигәндәй. Берҙән бер улын, ҡатынын да юғалтҡан оло йәштәге Ғәфүр ағай, яңғыҙ ҡалғас, Баймаҡ районының Түбә ауылында урынлашҡан ҡарттар йортона үҙ теләге менән барғайны. Бөгөн шул яҡҡа юл төшкәс, уны күреп, хәлен белеп китергә булдыҡ. Ағайыбыҙ теремекләнеп, таҙарып киткән, күҙҙәрендә лә дәрт күренә. Беҙҙе күреп ныҡ ҡыуанды, ауылдаштарын һорашып, Сиктәргә сәләмдәрен еткерҙе, үҙенең хәлдәрен һөйләне. Йорт хужабикәһе әйтеүенсә, Ғәфүр ағай гармунда ла уйнай, концерттарҙа ла ҡатнаша икән. Туғандары ла килеп хәлен белешеп торалар. Нимә генә тиһәк тә, ул ҡәнәғәт,-- тип яҙҙы.

Ғүмер көҙөнә һәр кем төрлөсә етә. Теләйбеҙме, теләмәйбеҙме, ҡартлыҡ етә һәм үҙенекен итә. Күҙ ҡараһылай һаҡлап, бәпләп үҫтергән балаларыбыҙ олоғайған көндө һәр беребеҙҙе матур итеп баҡһын, кеше ҡулдарына ҡалдырма инде Аллам тип теләйек! 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас