1 апрель—Көлкө көнөндә ватсап чаттарында «көлкөлө» һылтанма йөрөнө. Уның тексы былайыраҡ: «Ошо кеше тауыҡ урлай» һәм артынса «Бәйләнештә» («Вконтакте) социаль бәйләнешенә һылтанма (ссылка) бирелә. Ул һылтанмаға кем баҫа — шул үҙ сәхифәһенә барып сыға. Был бары шаярыу. Тик кеше Көлкө көнөн иреш-талаш көнөнә алып барып еткерҙе. Һүгенеп, бер-береһен битәрләп, битенән алып яҙыштылар чаттарҙа... Хатта судҡа бирәм тип янаусылар булды, полицияға барып етеүселәр табылды. Уларҙың чатта оятһыҙ итеп ирешеүен башҡаларға таратыусылар ҙа булды. Шул һүгенеүҙәр, иреш-талаш, ҡысҡырыштар беҙгә лә килеп етте...
Бер ҡатлы булмаһаҡсы! Замананың бындай ғына шаяртыу мөмкинлектәрен белмәгәс, һеҙ мутлашыусылар ҡулына тиҙ барып етеүегеҙ ҙә ихтимал бит... Айышына төшөнмәйенсә бер-беребеҙгә яман һүҙҙәр әйтеүҙән, дошманлашыуҙан һаҡ булайыҡ.
Шул уҡ ваҡытта шаяртыуҙы аңлаған, шаяртыуға шаяртыу менән яуап биргәндәр ҙә табылды. Афарин! Әҙерәк шаярып алырға ла мөмкин, тормошҡа позитив ҡараш бик мөһим ул. Ә һеҙ ошо хәбәрҙе алғайнығыҙмы? Нимә тип яуап бирҙегеҙ? Арағыҙҙа шаяндар бармы?