Этен-бетен байытты бынау ҡәһәрле һуғыш! Беҙҙән көнө-төнө фронтҡа ярҙам йыябыҙ тип ылауға ҡушып ебәрергә әйбер, дарыу-маҙар, кәрәк-яраҡ таптыралар, ә яугирҙәрҙең ҡатындары төнгө клубтарҙа ғына теттерә!
Бер ҡатындың аптырап һөйләгәндәрен яҙам:
...22 йәшлек улым вахтанан ҡайтып, әйберҙәрен ырғытты ла дуҫтарым менән йөрөп киләм тип, төнгө ҡарай сығып китте. Аҡсалы кешенең ни эше башҡа, етмәһә йөрөгән ҡыҙы ла юҡ, төнгө клубта рәхәтләнеп күңел аса. Унда инде йәш егет барыу инеү менән ҡыҙ-ҡырҡын ... түгел шул бисә-сәсә һырып ала!
Үҙе һөйләй ул ундай ғибрәт хәлдәрҙе.
-Әсәй! Клубта һинән дә өлкәндәр ҡатындар йөрөй. Күбеһенең ирҙәре һуғышта.
-Ә!? Шуларға түгәңме әле аҡсаңды? Хәҙер үк картаңды бир! – тип улымдың партмонэһына үреләм.
-Әсәй! Улар һине үҙеңде артыңдан сыҡҡансы һыйлай! Аҡсалары уларҙың мыж! Ҡайһылары пачкалап тотоп ултыра! Карталарындағы миллиондарҙы күрһәтеп маҡтаналар!
-Әстәғфирулла! Бисәләре шулай аҙып-туҙып йөрөһөн тип нисәнсе ҡыш окопта ҡыш сағалармы атыу беҙҙең ир-егеттәр! Кит, ғибрәт!
-Улар ни белә тиһеңме ни бисәләренең бында нимә ҡыланып йөрөгәнен?
-Ирҙәре күрмәһә, Аллаһ бар бит! Кит, берәүҙән дә ҡурҡмайҙармы икән ни?!
-Аҡсаң булһа бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел! Ирҙәре әллә ҡайта һуғыштан, әллә юҡ. Бисәләренең бит йәш саҡтары үтә. Шуға ла улар тормоштарының ҡәҙерҙәрен белә! – тип улым һаман үҙенекен һөйләй.
Был малайҙың хәбәренә бер ҙә ышанғым килмәне. Шулай ҙа ғибрәтте үҙ күҙҙәрем менән күрергә тура килде бит әй!
Бер көн коллегам тыуған көнөнә саҡырҙы. Табында ҡыҙып алған йәшерәк ҡатындар әйҙәгеҙ төнгө клубҡа барайыҡ, тип ҡотороп алып китте. Ояла-ояла индек, йәмәғәт урынына. Яйлап кеше тулды. Ысынлап та, бисә-сәсә ишек төбөнә үк тороп алып, ингән бер ир-егеткә һин бөгөн минеке тип сат йәбешә!
Ауыҙҙарынан араҡы еҫе борҡоп тора, оялмай ҙа тышҡа сығып тәмәке көйрәтәләр.
Бындай хәшәрәтте күргәнсе, күрмәгәнем артыҡ тип ҡайтырға сыҡтым.
Ҡараһам, күрше ауыл ҡыҙы фырт ҡына машинала килеп туҡтаны ла, шайтан ояһына инеп китте. Ҡайҙан был бисәнең бындай машинаһы бар икән? -тип уйланым.
Быға ҡәҙәр ике тапҡыр кейәүҙә булып, ике иренә лә берәр бала ҡалдырып, аҙып-туҙып йөрөгәнен ишеткәйнем. Әле килеп шәшке тун кейгән, ҡолағында, бармаҡтары тулы алтын. Машинаны инде әйтәһе лә түгел!
Аптырап, бер таныштан һораштым.
-Был тирәне бөтөрөп, Силәбе яғына эшкә киткәйне бит. Шунда бер СВО-шникты тапҡан. Уныһы етем генә егет икән. Шул машина алып биргән, праваһын тергеҙгән, картаһы ла уның ҡулында. Хатта өлкән ҡыҙын да шул иргә яҙыртҡан, тиҙәр, - тимәһенме? Берәй хәл булһа, аҡса була инде ул балаға...
Шулай, йәшәйбеҙ йәмәғәт. Бисәләр аҙҙы, ирҙәр үлеп бөтөп бара...
Ирҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан бөтә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ошолай күңелле тормош алып бара тип әйтмәйем, әммә ғүмере лә үҙҙәре аҡса эшләмәгән эшлекһеҙ бисәләрҙең ҡулдарына аҡса эләгеүе уларҙы әллә кем итеп ебәрҙе. Шуныһы аяныслы...
Кемде байытты был һуғыш? Нимә менән бөтөр был афәт?