Бөтә яңылыҡтар
Фекер
12 Март , 21:20

Ни өсөн йәштәр ғаилә ҡорорға ашыҡмай?

Хәҙерге ваҡытта йәштәрҙең ғәилә ҡорорға ашыҡмауы бик күп ата-әсәләрҙе хәүефкә һала. Сөнки уларҙың йәшендә егерме биш йәшлектәрҙең икешәр балаһы үҫеп килгән. 25 йәшкә хәтлем кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар ҡарт ҡыҙ тип иҫәпләнгән. Ә хәҙер инде 30-35 йәште үтеп киткән йәштәр парһыҙ. Бының төп сәбәбе нимәлә?

Ни өсөн йәштәр ғаилә ҡорорға ашыҡмай?
Ни өсөн йәштәр ғаилә ҡорорға ашыҡмай?


Йәштәрҙең күбеһе беренсе сиратта белем алып, карьера үҫешенә иғтибар йүнәлтә, шулай уҡ тормошта бойондороҡһыҙ булыу өсөн аҡса эшләп, машина алыу, үҙеңдең фатирың булыуы бик мөһим. Үҙегеҙ беләһегеҙ, хәҙерге ваҡытта фатирҙар бик ҡиммәт, уны алыу өсөн күп йылдар талап ителә. Күптәр Себер яҡтарына юллана, ҙур ҡалаларҙа эш табалар. Шул уҡ ваҡытта йәштәр шартына килтереп йәшәр өсөн күңел асыу урындарына йөрөүҙе, сәйәхәттәрҙә булыуҙы, сит илдәрҙе күреүҙе лә маҡсат итеп ҡуя. Мин уларҙы аңлайым, тормош ҡороп, балалар булып, ғәилә мәшәҡәттәре баҫа башлаһа, бындай мөмкинлектәр һәр ваҡыт булмаясағын.
Икенсе яҡтан, йәштәр араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә үҙгәреш кисерә. Хәҙерге йәштәр ирекле һәм бөйөндороҡһоҙ йәшәүҙе хуп күрә. Шуға күрә лә, партнерҙар араһында ваҡытлы осрашыуҙар ғәйепкә алынмай. Граждан никах менән йәшәүселәр йылдан йыл ишәйә. Был ваҡытта улар үҙҙәренең партнерҙарына юғары талаптар ҙа ҡуймай, әгәр бергә йәшәү ялыҡтырһа, тиҙ генә айырылышалар, икенсе партнер эҙләйҙәр. Оло быуын вәкилдәре өсөн был сәйер күренеш әлбиттә, тик ни хәл итәһен, замана башҡа, заң башҡа.
Йәштәрҙең ғәилә ҡорорға ашыҡмауының тағы бер сәбәбе- ата-әсәләренең айырылышыу трагедияһын бала саҡта үткәргәндәр, йәки үҙ тиҫтерҙәренең яратышып өйләнешеүенә ҡарамаҫтан, тиҙ генә айырылышыуҙары. Был осраҡта балалар күп ваҡыт әсәһе менән ҡала.
Ата-әсәләр ҙә ҡайһы ваҡыт йәштәрҙең өйләнеүенә ҡаршы була, улар уларҙың ҡулдарына диплом алыуын, үҙҙәре өсөн аҡса эшләүҙәрен теләй. Шуға күрә лә никах сәғәттәрен кисектереүҙе талап итә.
.Интернет киңлектәренә күҙ һалһаң, "димселәр”, “танышайыҡ” тигән сайттарҙа 30, хатта йәштәре 40- тан ашҡан ир-егеттәрҙең үҙҙәренә тормош ҡороу өсөн парҙар эҙләүен күҙәтәһең. Яратҡан эше, машинаһы бар, йәшәргә йорто бар, тик тормош иптәше юҡ. Уның инде өйләнеп, балалар үҫтереп йәшәйһе килә лә ул...Бындай сайттарҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күренеп ҡала, ҡайһыларының ике-өс балаһы ла бар. Бына ошоларҙы күрһәм, “Сиңерткә менән ҡырмыҫҡа” басняһы иҫкә килеп тшә. Нисек кенә әйтһәң дә, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты шул. Бәлки шуғалыр ҙа, күп-ҡатын-ҡыҙҙар, шул осраҡ та ирҙәр ҙә яңғыҙлыҡ кисерә. Ҡайһы берҙәре, сер бирмәҫ өсөн, миңә яңғыҙ йәшәүе “комфортно” тип ебәрә. Ундайҙар менән дә килешәм.
Тормош үҙ урынында тормай, элекке йолалар, ҡараштар үҙгәреп кенә ҡалмай, кешеләр ҙә хәҙер бит икенсе. Ҡалаларҙа ғына түгел, хәҙер һәр ауылда газ үткән, һыу өйгә индерелгән Компьютерҙар, смартфондар йәштәрҙең генә түгел, һәр баланын, шулай уҡ ололарҙың ҡулында. Кер һәм һауыт-һаба йыуыу машиналары, аҡыллы саң һурғыстар менән ҡулланыусылар бик күп йорт мәшәҡәттәренән азат. Ҡала ерлегендә йәшәгән ир-аттар өсөн был бик уңайлы, элек ҡатын елкәһенә һалынған эштәрҙе уңайлы машиналар башҡара, ә инде йортта крандар эшләмәһә, унитаз тығылһа, кер машинаһы боҙолһа ир-егеттәрҙең кәрәге юҡ, сөнки телефондан шылтыратһаң, ундай эштәрҙе башҡарыусылар һә тигәнсе килеп етә, аҡсаң ғына булһын.
Хөкөмәт тарафынан йәш ғәиләләрҙе яҡлау өсөн бик күп программалар, проекттар ҡабул ителә. Улары ла күберәк декреттағы ҡатын-ҡыҙҙарға, беренсе, икенсе тыуған балаларға әсәлек капиталы кеүек материаль ярҙамдарҙан тора. Әлбиттә, бала тыуғас, һәр ғәиләнең сығымдары арта, уныһы инде икенсе мәсәлә.
Яңы өйләнешкән йәштәрҙең проблемаһы-бергә йәшәргә фатир булмауы. Ата-әсәһе хәлле булғандар бәхетле, туйға уларға фатир төшә бүләккә. Студенттар ваҡытлыса ятаҡта йәшәй, йәштәрҙең күберәге ҡуртымға алынған фатирҙа көн күрә, уныһында ла бер фатирҙан икенсеһенә күсеп йөрөү мәшәҡәттәре бар. Ә инде бала тыуһа? Әле тормошҡа күнегеп етмәгән йәштәр өсөн был иң ауыр һынау. Башҡортостанда яҡшы түләүле эш урындары әҙ, ирҙең генә эш хаҡына өс кешене аҫырауы еңелдән түгел, куртым өсөн ваҡытында иҫәпләшер кәрәк, ашарға, кейенергә кәрәк, баланың ғына сығымдары етерлек. Шул ваҡытта ял итке лә килә, уңайлылыҡ өсөн машинаһы ла кәрәк.
Советтар ваҡытында эшселәр, йәш белгестәр өсөн ятаҡтар булыуы ҡайһылай ҙа яҡшы ине йәштәр өсөн. Бер ойошмала эшләп, сиратҡа торһаң, бер нисә йылдан квартиралы ла булаһың. Хәҙер эавод, фабрикалар эшсе көстәр етешмәй тип зарлана. Ниңә йәштәр өсөн элекке ятаҡтарҙы булдырмаҫҡа? Был уларҙың ҡулынан килә. Күп ғәиләләр ипотека һаҙлығына бата, проценттары ай-һай, уны түләр өсөн 15-25 йыл билеңде ҡыҫыр кәрәк. Хөкөмәтебеҙ хәл итә алмаймы ни, йәштәр өсөн процентһыҙ, йәки әҙ процентлы ипотека булдырырға? Етмәһә үҙҙәре йәштәрҙең күберәк бала тыуҙырыуын талап итә, уның өсөн талап ҡына әҙ, уңайлы шарттар булдырыуы мөһимдер .
Тыуған ерендә эш урындары булһа,ваҡытлыса торлаҡ хәлдәре хәл ителһә, йәштәр Себер яҡтарына, йәки ҙур ҡалаларға юлланмаҫ ине, бәлки ваҡытында ғәиләләр ҡороп, балалар үҫтереп, бәхеткә сумып йәшәрҙәр ине тип ышанғы килә.
Бөтә йәштәрҙе лә бер ҡалыпҡа һалып булмай, уларҙың араһында төрлөләре бар, ихтиярлылары, ихтиярһыҙҙары, үҙ-һүҙлеләре, маҡсатлылары, һыу ағымына бойһонғандары, кеше һүҙенә ҡолаҡ һалыусылары, ата-әсәһенең һүҙенән үтмәгәндәре. Тик шуны иҫтә тотор кәрәк, йәш саҡ иң матур ваҡыт, мөхәббәтле, һөйөү-һөйөлөүгә сорналған осор тип әйтер инем, тик йәш саҡтар тиҙ үтә. Ана шул ваҡытта ғәилә ҡорған йәштәр бәхетлерәктер тип уйлайым.

Әминә Яхина, драматург.

фото интернеттан

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: