Каникул мәлендә өләсәйҙәргә барғанда ике туған тиҫтерҙәрем һәм Ғүмәр ауылындағы йәштәштәрем менән бергә йөрөй инек. Бер мәл бергәләшеп ҡоторошоп ен саҡырырға булып киттек. Нимә икәнен дә белмәйем, әммә арттарынан эйәрҙем. Төн. Өләсәйҙәрҙең бәләкәй өйөнә, йәғни усаҡлығына 7-8 ҡыҙ инеп ултырҙыҡ. Ҙур аҡ ҡағыҙ, бәләкәй тәрилкә аҫты, фломастер, еп һәм энә алдыҡ. Ҡағыҙға түңәрәк буйлап хәрефтәр теҙҙек, уң яҡҡа «Эйе, һул яҡҡа «Юҡ», аҫтан уң яҡҡа «ҺАУМЫҺЫҒЫҘ», аҫтан һул яҡҡа «Һау булығыҙ» тип ҙур итеп яҙып ҡуйҙыҡ. Уртаға һалынған тәрилкәгә уҡ һүрәте төшөрҙөк, энәне оҙон епкә элдек. Энәне тәрилкәнең ҡап уртаһына ҡуяһың да кемде теләйһең—шуны саҡыраһың, ен йә йән килһә, теге тәрилкә әйләнә башлай. Уҡ ҡайһы хәрефкә бара, шул хәрефтән башлап яуаптар уҡыйһың.
«Оҫта»рып бөткән ҡыҙҙар эшләй, мин ҡарап ултырам. Ышанып та етмәйем. Ниндәйҙер 13-сө шайтанды саҡырҙы былар. Юҡ-бар һорау бирәләр, теге тәрилкә хәрефтәр буйлап шылған була, былар ҡушып уҡый бара. Шул саҡ кемгәлер яуап оҡшаманы ла ул килеп енләнеп теге тәрилкәне этеп ебәрҙе. Энә-еп тотоп ултырған ҡыҙ «Нишләп улайтаһың?»,—тип үпкәләне һәм баяғы шайтандан ғәфү үтенә башланы. Теге уғыбыҙ «Нет» тигәнгә бара ла тора. Ғәфү иткеһе килмәй. Илашабыҙ. Нисектер хушлашып ебәрергә кәрәк бит инде. Ҡотобоҙ осоп «Прости нас» тип ултыра инек, усаҡлыҡтың йәтеш кенә тәҙрәһендә бер шәүлә сағылды ла «НЕТ!» тигән тауыш бирҙе. Ҡыҙҙар шар-шор итте лә сыҡты ла йүгерҙе, арттарынан мин дә йүгереп сыҡтым. Энә-еп тотҡан ҡыҙҙа яуаплылыҡ бит, ул ғына ултырып ҡалды. Беҙ өй соланында шарылдығы сығабыҙ, аяҡ кейемдәрен таба алмайбыҙ. Шул саҡ ҡытҡылдашып өй артынан ике туған ағайҙар килеп сыҡты. Улар беҙҙе тыңлап торған да тәҙрә аша беҙҙе ҡурҡытҡан икән, етмәһә аяҡ кейемдәребеҙҙе йәшереп бөткән. Ағайҙарҙы күргәс тынысландыҡ, эстә ҡалған ҡыҙыбыҙ: «Инегеҙ, шайтан китмәй, ярҙам итегеҙ»,—тип илай. Инеп, күмәкләшеп ғәфү үтендек, һәм уғыбыҙ «Һау булығыҙ»ға барып туҡтаны ла, энәбеҙ һелкенеүҙән туҡтаны.
Ышандыммы-юҡмы, үҙем дә аңламаным, әммә бер мәл ике туған һеңлем менән генә өйҙә ҡалғанда яратҡан шағирым Рәми Ғариповтың йәнен саҡырып ҡарарға булдым. Ҡыҙҙар өйрәткәнсә барыһын да эшләнем дә саҡырҙым. «Һаумыһығыҙ»ға килеп торҙо. «Мөмкин булһа, бөгөн кире йәшәр инегеҙме?»,—тип һорайым, теге «Эйе»гә барып торҙо. Шул саҡ тиктомалға бесәй ныҡ мырауларға тотондо. Мин тәҙрәгә арҡам менән ултырам, ә бесәй нәҡ шул тәҙрәгә ҡарап ҡурҡыныс итеп мыраулай, күҙҙе түп-түңәрәк. Мин боролоп ҡарарға ла ҡурҡып ҡатып ҡалдым. Ҡурҡыуымды белдерһәм, ике туған һеңлем илаясаҡ, ул минән 4-5 йәшкә кесе ине. Ни эшләргә? Эстән ҡалтыраһам да тыныс ҡына «Һау булығыҙ» тинем. Теге «Юҡ» ти. «Зинһар өсөн китегеҙ, беҙ ҡурҡабыҙ»,—тинем. Теге «Һау булығыҙ»ға барып торҙо һәм киң тәҙрә төбәндә ятҡан заколкам стенаға беркетелгән торбаға, унан ҡаҡлығып иҙәнгә килеп төштө. Шул саҡ бесәй ҙә мыраулауынан туҡтап, китеп барҙы. Әле лә уйлайым: ул киң тәҙрә төбөнән заколка нишләп килеп төшә һуң? Ниңә бесәй күҙен шар асып, тәҙрәгә ҡарап мыраулай? Был йән ысын килгәндер... Был хәлде оҙаҡ бер кемгә лә һөйләмәй йөрөнөм... Ҡурҡтым...
Әле Рәми Ғариповты телгә алған һайын, шул хәлде хәтерләйем... Тыныс йоҡлаһын, шағир. Йәне йәннәттә булһын.