Фекер
6 Февраль 2025, 10:45

Башҡорт теленән имтихан бирергә мөмкинме?

Улым үҙаллы «Башҡот теле»н дәүләт имтиханы өсөн һайлаған. Хәҙер уҡытыусы көнө-төнө тигәндәй миңә шылтырата: «Улығыҙҙы күндерегеҙ, «Башҡорт теле»нән имтихан бирмәһен, ул уға ауыр буласаҡ. Башҡорт теле менән ҡайҙа бара? Информатика һайлаһа, яҡшыраҡ булыр ине» һ.б. Ә улым мине тыңламай. «Мин бирә алам, нишләп мине ҡурҡытаһығыҙ?»—ти. «Уҡытыусың бер яҡтан хаҡлы бит, үҙеңә киләсәктә кәрәк фәнде һайла»,—тип әйтеүем дә бушҡа булды.

Башҡорт теленән имтихан бирергә мөмкинме?Башҡорт теленән имтихан бирергә мөмкинме?
Башҡорт теленән имтихан бирергә мөмкинме?

Хөрмәтле редакция!

Минең һорауым бар ине. Быйыл улым 9-сы класты тамамлай. Төп дәүләт имтиханын бирәсәк.

Йыл башында мәктәптә ата-әсәләр өсөн йыйылыш булды. Һәр уҡытыусы сыға ла үҙ фәненең шул тиклем ҡатмарлы булыуын һөйләй. Эйе, дәреслекте уҡымаһаң - бер фән дә еңел бирелмәй. Әммә ниңә улай ҡурҡыталарҙыр, аңлашылманы. Әллә үҙ фәнен уҡыусылар һайлауын теләмәйҙәрме, дәүләт имтиханына әҙерләргә теләмәйҙәрме—быныһы миңә ҡараңғы.

Улым үҙаллы «Башҡот теле»н дәүләт имтиханы өсөн һайлаған. Хәҙер уҡытыусы көнө-төнө тигәндәй миңә шылтырата: «Улығыҙҙы күндерегеҙ, «Башҡорт теле»нән имтихан бирмәһен, ул уға ауыр буласаҡ. Башҡорт теле менән ҡайҙа бара? Информатика йә тарих һайлаһа, яҡшыраҡ булыр ине» һ.б.

Ә улым мине тыңламай. «Мин бирә алам, нишләп мине ҡурҡытаһығыҙ?»—ти. «Уҡытыусың бер яҡтан хаҡлы бит, үҙеңә киләсәктә кәрәк фәнде һайла»,—тип әйтеүем дә бушҡа булды.

Улым әле киләсәктә уҡыуын ҡайһы уҡыу йортонда дауам итәсәген дә аныҡ ҡына әйтә алмай. Нимә эшләргә икән? Бер яҡтан, уҡытыусы менән килешәм. Икенсе яҡтан, башҡорт теле уҡытыусыһы үҙе «Башҡорт теле менән ҡайҙа бара?» тигәс, йәнем дә көйә.

Бәлки, башҡа уҡытыусылар, ата-әсәләр миңә кәңәш бирер тип өмөт итәм.

Сәләм менән—Альбина.

Өфө ҡалаһы.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас