Рәхәт инде хәҙер: байрам булмаһа, уны уйлап сығарырға әҙер торалар. Етмәһә сағыу итеп, күп сығымдар түгеп билдәләйҙәр уны. Ниндәйҙер атрибуттар, бер иш төҫтәге кейемдәр талап итәләр. Айырыуса йәштәр ҡыланырға ярата. Сит илдәрҙән юҡ-бар йолалар үтеп инеүе, шуны оло бер ваҡиға итеп ҡабул итеүҙәре, ә үҙебеҙҙең күркәм ғөрөф-ғәҙәттәргә «иҫкелек ҡалдығы» тип ҡарауҙары аптырата. Бөгөнгө һүҙебеҙ гендер-пати хаҡында.
Бала тыуыр алдынан йәш ғаилә туғандары һәм дуҫтары менән шатлығын уртаҡлашырға теләй һәм гендер-пати үткәрә. Улар буласаҡ баланың енесен табип кабинетында түгел, ә шау-шыулы кисәлә белергә теләй. Гендер-пати инглиз теленән (gender—енес, party—кисә) алынған һәм ул Рәсәй тупрағына ныҡлы тамыр йәйҙе. Байрамдың тыуған илендә—АҠШ-та ул күптән киң күләмле сара. Беҙҙә лә уны үткәреүгә хәҙер бар шарттар тыуҙырыла: биҙәүестәр һәм кәрәкле инвентарь һатыла, уларҙы әҙерләү һәм үткәреү менән шөғөлләнгән агентлыҡтар эшләй.
Эйе, был байрам Американан башланғыс алған. 2008 йылда ауырлы ҡатын табиптарға буласаҡ баланың енесен әйтмәҫкә ҡушып, бары тик яҙып ҡына конвертҡа һалыуҙарын һорай. Конверт кондитерға бирелә, ә уныһы кәрәкле төҫ менән торт бешерә. Был алым бөтә илгә, унан донъяға тарала. Рәсәйҙә, алдан әйтеүемсә, хәҙер ул бик популяр. Тыуасаҡ сабыйҙың енесен белеү өсөн алһыу йә күк төҫтәге крем менән биҙәлгән торт бешереү менән генә сикләнмәйҙәр, варианттар артҡандан-арта. Табип яҙып һалған конверт байрам ойоштороусылар ҡулына эләгә, улары мотлаҡ бер нәмә уйлап сығара. Мәҫәлән, күп итеп шар өрәләр, уларҙы дуҫтар, туғандар алдында тишергә ҡушалар. Шарҙан алһыу конфетти ҡойолһа—ҡыҙ, күк булһа малай тыуа. Йә иһә ҙур ҡумтаға өрҙөртөлгән шарҙар тултырырға була. Уны асҡас та ниндәй төҫтәге шарҙар күберәк осоп сыға—шул балаңдың енесен күрһәтеүсе төҫ.
Байрам ойоштороусылар әйтеүенсә, гендер-патиға меңәрләп аҡса түгәләр. Ҡайһы берәүҙәр бары тик яҡын туғандары өсөн ыҡсым ғына итеп ойошторһа, икенселәр фотограф, видеоператор, диджей, декоратор яллай. Сағыу итеп үткәреп, фото һәм видеоға төшкәс, уларын интернеттағы социаль селтәргә һалалар. Мәҫәлән, ҙур ҡалаларҙа был сараны 500 мең һумға үткәреүселәр ҙә осрай. Хатта Мәскәүҙә Останкино башняһының кәрәкле төҫтә балҡыуын талап иткәндәр ҙә булғылаған икән.
Йәштәр гендер-пати үткәреп, уны интернет селтәренә һала икән—был байрам ойоштороусыларға, әлбиттә, ҡулай. Ни тиһәң дә, бушлай реклама. Ә буласаҡ ата-әсәйгә бындай сығымлы сара нимәгә? Үҙ тормоштарын демонстрацияға әүерелдереп, трансляциялау уларға нимә бирә һуң? Әлбиттә, «вау-эффект» тыуҙыралыр. Иҫтәлеккә фото, видео ҡала, туғандар, дуҫтар менән осрашыуға бер сәбәп кенә булып тора. Шатлығыңды уртаҡлашҡан яҡыныңдың булыуы ла яҡшы һымаҡ. Тик... Барыбер аңлашылып етмәй.
Эйе, бала тыуыуы һәр ғаилә өсөн, шул иҫәптән башҡорт ғаиләләре өсөн дә ҡыуаныслы һәм мөһим ваҡиға. Әммә һәр милләттең үҙенә генә хас ғөрөф-ғәҙәттәре лә бар бит әле. Уларға күҙ йомоп, заманға эйәреү дөрөҫмө икән ул? Элек-электән башҡорт ҡатындары, ҡорһаҡтары беленгәнгә тиклем, гөманлы (ауырлы) булыуҙарын йәшерергә тырышҡан. Беренсенән, тәрбиә әҙәбе, икенсенән, күҙ тейеүҙән һаҡлағандар. Буласаҡ әсәнең ҡорһағына ни тиклем әҙерәк ҡарайҙар, баланың сәләмәтлеге шул тиклем һаҡлаулы була, тип иҫәпләгәндәр.
Һәр төбәктең үҙенә хас ырым-ышаныуҙары булған. Миҫал өсөн, Баймаҡ районында гөманлы ҡатынға тирмән тартыу (әйләндереү) тыйылған—баланың эсәге муйынына урала, тигәндәр. Ишембай районында тәпәнгә ултырыу рөхсәт ителмәгән—бала тыуыр юл ҡаплана, тип һаналған. Ейәнсура районында буласаҡ әсәләр түлһеҙ ҡатындарға күренмәҫкә тырышҡан.
Гөманлы ҡатынға ауыр физик эш йөкмәтмәгәндәр, борсолоуҙан, хафаланыуҙан һаҡлағандар. Кеше ерләгәндә, һуғым һуйғанда, ағас ҡырҡҡанда ҡатнашыуҙан тыйғандар, сәскә өҙөргә рөхсәт итмәгәндәр. Шулай уҡ һалҡын йәки эҫе ташҡа ултырырға ярамаған, бала табыу ауыр була, тигәндәр. Ирҙе рәнйетеү йәки уға үпкәләү—сибек, мөсһөҙ бала табыуға сәбәп була, тип ышанғандар.
Бынан тыш, башҡорттарҙа ауырлы ҡатын ғәрип йәки килбәтһеҙ кешеләргә оҙаҡ ҡарарға тейеш түгел, балаһы шуға оҡшаясаҡ, тигән ырым йәшәгән. Йәнлектәрҙе, хайуандарҙы рәнйетеү, эткә йәки бесәйгә тибеү баланың «ҡуян морон» булып тыуыуына йәиһә һуң тәпәй баҫыуына килтерә, тиелгән.
«Өлкәндәр был ырымдарҙың нигеҙен дини тәғлимәттәр менән аңлатһа ла, асылда ул буласаҡ әсәләрҙе төрлө хәүеф-хәтәрҙән, физик һәм психологик ауырлыҡтарҙан, борсолоу-хафаланыуҙарҙан һаҡлау маҡсатында алып барылған. Сөнки баланың алдан тыуыуы йә үле булыуы ошо сәбәптәргә бәйле һаналған»,—тип яҙыла Н. Бикбулатова менән Ф. Фатихованың «ХIХ-ХХ быуаттарҙа башҡорттарҙың тормош-көнкүреше» китабында.
Эйе, бәлки, ҡайһы бер ырымдар үтә артыҡтыр ҙа, әммә әҙәп-ахлаҡ тигәнен инҡар итеп булмай. Интернет селтәрендә бөтә «мир»ға ҡорһаҡты күрһәтеү кәрәкме икән ул? Һәр хәлдә шәхсән үҙемә оҡшап етмәй, хатта гендер-пати үткәргәндәргә аптырап та ҡуям. Ҡыҙ тыуһа ла, ул тыуһа ла иң мөһиме һау булһын тип ҡыуанырға ғына кәрәктер, моғайын. Ә, бәлки, мин бигерәк боронғоса фекерләйемдер, тормоштан артта ҡалғанмындыр? Ошо урында башҡа замандаштарыбыҙҙың фекерен бирәм.
Гөлсәриә Әбилева, журналистика ветераны: Заман башҡа—заң башҡа, һәр дәүерҙең үҙ «сире». Әлбиттә, беҙҙең осорҙа гендер-пати булманы, хатта ҡатындың эсе ҙураймайынса уның
ауырлы икәнен дә белмәнеләр. Күҙ те-йә тип күптәр йәшерә ине. УЗИ булмаған саҡта беҙ кем булыр икән тип, әлбиттә, ҡыҙыҡһына инек. Ниндәйҙер бер таблица була торғайны, шуны ҡараған була инек. Хәҙер ни УЗИ аша кем тыуырын белеп торалар.
Гөлсиә Шәмсетдинова, Сибай ҡалаһы Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге янындағы «Йәнгүҙәй» фольк-лор ансамбле етәксеһе: Беҙҙең ансамбль халыҡ йолаларын өйрәнә һәм уны замандаштарға еткереү, киләһе быуынға аманат итеп тапшырыу менән шөғөлләнә. Сабый донъяға килгәс тә уны ҡырҡ көнөнә тиклем һаҡлау йолаһын сәхнәләштерҙек. Элек бала тыуғас та уны күҙ тейеүҙән, ен алмаштырыуҙан һаҡ-лау маҡсатында «эт күлдәге» кейҙергәндәр, исем ҡушмайынса сәңгелдәккә һалмағандар, шуға күптәрҙең йүргәк исеме бар. Йәш әсәләрҙе лә кеше күҙенән һаҡлағандар. Уның ауырлы икәнен белгертмәгәндәр, эңер төшкәс тышҡа сығармағандар. Сабый тыуғас та ҡырҡ көнгәсә әсәне ҡурсалап торғандар. Шуға ла сит илдән ингән гендер-патиға мин ҡырҡа ҡаршымын.
Ғәлиә Сәлихова, психолог: Гендер-пати үткәрергәме-юҡмы икәнлеген буласаҡ ата-әсә үҙ-ара килешеп, үҙҙәре генә хәл итергә тейеш. Бында туғандарҙың, дуҫтарҙың ниндәйҙер байрам өмөт итеп, баҫым яһауҙары урынһыҙ. Сөнки кемдер буласаҡ сабыйының енесен яҡындары менән бергәләп, күңелле сара ваҡытында белгеһе килһә, кемдер был яңылыҡты әлегә сер итеп һаҡлап, башҡалар менән уртаҡлашырға әҙер түгелдер.
Күңелле байрам, туғандар һәм дуҫтар менән йыйылышып алыу, йылы аралашыу буласаҡ әсәгә ыңғай йоғонто яһай, туғанлыҡ һәм дуҫлыҡ ептәрен нығыта. Әле тыумаған балаға ла ыңғай эмоциялар бүләк итергә һәләтле, сөнки бала уны көтөп алғандарын тоясаҡ, аҙаҡтан ошо сараның фото һәм видеоларын ҡарап, үҙенең көтөлгән, ҡәҙерле бала икәнлеген күрәсәк.
Шулай ҙа баланың ҡыҙмы-малаймы икәнлегенә артыҡ иғтибар биреп, кемделер ныҡ көтөп, өмөттәр аҡланмаған осраҡта негатив эмоцияларға бирелеп, байрамды ташлап сығып китеүҙәр, йәмһеҙ реакциялар күрһәтеп, тормош иптәштәре менән эләгешеп алыуҙар ҙа күҙәтелеп ҡала. Шуға күрә бындай сараларҙы үткәрер алдынан «Тыуасаҡ балағыҙҙың мотлаҡ һеҙ көткән һәм теләгән енестән булыуы мөһимме, әллә уның һау-сәләмәт булыуы, көнө еткәс, тормошоғоҙға йәм һәм ғәм өҫтәп, имен-аман был донъяға ауаз һалыуы мөһимерәкме?» тигән һорауҙарға яуап биреп китегеҙ.
Үрҙә әйткәнемсә, һәр ата-әсә гендер-пати үткәреү-үткәрмәүҙе үҙе хәл итә. Бындай байрамдар ойошторолған осраҡта ла, үткәрелмәгән хәлдә лә, һәр тыуасаҡ сабый һау-сәләмәт булһын, уны көтөп алған, яратҡан ата-әсәһенең ҡыуанысы, терәк-таянысы булып үҫеп китһен!
Азалина Мәхейәнова, йәш әсә: Миңә оҡшай. Әгәр икенсегә бәпәй көтһәм, мотлаҡ эшләр инем. Был сара күп аҡса талап итмәй, видеоператор, фотограф та кәрәкмәй. Бөгөн һәр кемдең ҡулында айфон. Берәй әхирәтем, туғаным төшөрөп торһа ла етер ине. Ә тортҡа, йә шарға ғына аҡса йәлләмәҫ инем. Уның ҡарауы шатлыҡлы сара, яҡындарың менән ҡыуанысыңды уртаҡлашаһың һәм иҫтәлеккә фото һәм видео ҡала. Тартынмаҫ инем, интернет селтәренә лә һалыр инем.
Нур, буйҙаҡ егет: Инде йәшем 30-ға етте. Кәләш алһам, моғайын, үҙ тиңдәшем булыр. Был йәштә бындай саралар менән булышмайҙарҙыр ул? Әгәр инде кәләшемдең ундай уйы була икән, ҡаршы төшмәйәсәкмен, гендер-пати үткәрәйек тиһә, үткәрер инем. Иң мөһиме—минең буласаҡ балаларымдың әсәһе булырға ризалашҡан кәләште табырға!
Гөлнара Хәсәнова, 4 бала әсәһе: мин был сараға ыңғай ҡарайым. Заманса, сағыу бер тенденция. Әллә ни күңелле булмаған осорҙа йәшәйбеҙ, шуға күңел байрам, тылсым көҫәй. Балалар тыуа тиһәләр йә тыуһа, шундай шатлыҡ. Интернет киңлегендә гендер-панти күрһәм, ҡыуанып күҙәтәм, йәштәр менән бергә һөйөнәм.
Гөлдәр Сәғәҙәтова, йәш кәләш: Мин был сараға ҡаршымын. Әгәр ауырға ҡалһам үткәрмәйем, был миңә кәрәк түгел. Бөгөн медицина алға киткән, УЗИ үткәреүсе табип тыуасаҡ сабыйҙың енесен әйтеп сығара һәм миңә шул етә. Ә башҡаларҙың быны белеүе мөһим түгел. Ә шаулап-гөрләп гендер-пати үткәреп, интернетҡа һалып та аҙаҡ берәй хәл булһа? Аллам һаҡлаһын! Мин күҙ тейеүҙән һаҡланыр инем.
Нәркәс Ғәлина: Ғөмүмән, баланың енесенән ниндәйҙер сер яһап, яҡын туғандар, ғаилә менән генә йыйылып, был «сер»ҙе сисеү, табын ойоштороу насар ҙа түгелдер, бәлки. Әммә асылда бит был тамаша беҙгә АҠШ-нан килеп ингән. Гендер-пати тигәндәре гүзәл заттың ҡорһағын бар ғәләмгә күрһәтеүенә, үҙенә күрә бер шоуға әйләнеп китә. Сит нәмә ул халҡыбыҙ өсөн. Ғөрөф-ғәҙәткә лә, дини ҡанундарға ла һыймай, тап килмәй. Башҡорт ҡатын-ҡыҙы борондан әҙәпле, ипле булған, үҙен сит күҙҙәрҙән һаҡлаған. «Күҙ тейеү—хаҡ,»—тип әйткән Пәйғәмбәребеҙ (ғәләйһис-сәләм). Шулай уҡ уның: «Күҙ тейеү кешене—гүргә, малды ҡаҙанға индерә»,—тигән һүҙҙәре лә билдәле. Һоҡ тейеү тип тә әйтәбеҙ бит инде. Ныҡ ауыр нәмә ул. Шуға күрә йөклө ҡатынға үҙен, ҡарынындағы балаһын сит күҙҙәрҙән һаҡлаңҡырап йөрөргә кәрәк тә бит. Урамға сыҡҡанда, тегеләй-былай йөрөгәндә былай ҙа күрәләр тиерҙәр. Әммә был турала видеороликтар, фотолар аша ҡысҡырыу бөтөнләй икенсе нәмә.
Резеда Усманова.
Авторҙың һәм редакцияның рөхсәтенән тыш, башҡа гәзит-журнал сайттарына алыу тыйыла.