1. Балаларың алдында ирең менән бер ҡасан да бәхәсләшмә. Һине лә, атаһын да хөрмәт итмәҫтәр.
2. Иреңә бер ҡасан да бойороҡ бирмә, үҙеңә кәрәкле нәмәне ул үҙе теләһен өсөн эшлә.
3. Тыныслыҡты һаҡла. Ғәфү итергә өйрән һәм беренсе булып татыулаш. Ыҙғыш-талаш, үпкәләү һәм тупаҫлыҡ ғаиләне боҙа.
Ғаиләлә тыныслыҡ - иң ҡәҙерлеһе.
4. Бер ҡасан да өйҙө насар кәйефтә йыйыштырма. Тағы ла күберәк бысраҡ сығараһың.
5. Ҡурҡма һәм өйрәнергә ялҡауланма. Яҡшы белемле, аҡыллы, тәрбиәле ҡатындың балалары аҡыллы, тәрбиәле була. Ә аҡыллы балаларҙың, ғәҙәттә, киләсәге ҙур һәм ғаиләләре яҡшы була.
6. Көнләшмә! Көнсөллөк ғаиләне емерә. Әгәр ирең һине яратһа – хыянат итмәйәсәк. Шуға күрә үҙеңде яратырға өйрән. Ирең дә һине нығыраҡ яратыр.
7. Аш-һыуҙы һәр саҡ тәмле һәм матур итеп әҙерлә. Ғаиләгеҙҙең яратҡан ризығын һайла һәм уны һәр ваҡыт байрамдарға әҙерләгеҙ. Аҙыҡ-түлеккә күберәк емеш-еләк һәм йәшелсә индерергә тырышығыҙ. Аҙыҡ файҙа килтерергә тейеш.
8. Ғаиләлә иң мөһиме – бер-береңде ихтирам итеү. Ихтирам булһа, мөхәббәт тә булыр.