...Был хәбәрҙән һуң шаңҡып ҡалдым. Ҡайҙа күрҙе икән ул мине ул ир? Улай тиһәң, үткәндә уҡытыусылар байрамынан һуң ошо апай йәшәгән ергә барып кисәне дауам иткәйнек. Шунда бер өлкән ир тишерҙәй булып ҡарауын һиҙгәйнем шул... Йәп-йәш ҡыҙға иллене уҙған ир түгел, йәш егеттәр текләргә тейеш тә. Теге апай ҙа һөйәркәһенең миңә күҙ атауын һиҙеп табынды оҙаҡҡа һуҙмай, коллегаларынан тиҙерәк ҡотолоу яғын күрҙе. Әле килеп бөтөнләй икенсе хәбәр һөйләп торасы...
Яңғыҙ ир күптән тол ҡалып ике улын үҙе тәрбиәләй икән. Уның янында үҙенең йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙар күп өйрәлә, сөнки уның ике ҡатлы йорто, шәп кенә эше лә бар икән. Гүзәл заттың иғтибар үҙәгендә булған ир йораты шуға ла үҙенә хаҡ белә. Йәш ҡыҙҙы подавай, имеш...Йәнәһе лә минең менән бер төн уҙғарһа, теге ҡатынға өйләнә. Ни өсөн мин һуң?
--Миңә бисәләр үҙҙәре пачкалап килә. Ә мин һәр ваҡыт йәш ҡыҙ теләнем. Әммә уның кем булыуын белмәй инем. Теге юлы байрамда йәш уҡытыусығыҙҙы күрҙем дә, мин көҫәгән ҡыҙ шул булыуын аңланым,--тип дауам итә апайым, бер аҙ уңайһыҙланып, һөйәркәһенең теләген миңә еткереп.
Баҡтиһәң, был ҡатын уға үлеп ғашиҡ. Бер яҡтан йәшәр урыны ла юҡ. Ҡыҙы менән икеһе ятаҡта көн итә. Шул сикһеҙ яратыуы арҡаһында әллә ниндәй ҡорбандарға ла риза. Хатта ирҙең ҡуйынына үҙе көсләп йәш бауырҙы тыға.
Аҙаҡ ни була?
Бер тапҡыр ғына булды ла бөттө, ти имеш. Аҙаҡ ул аҙғын мине һағалап, артымдан ҡалмай баҫтырып йонсотасаҡ бит инде. Теге ҡатын ҡыҙғанып, иреш-талаш сығасаҡ. Башыма тай типмәгән, ундай аҙымға барырға. Ә һеҙ ниндәй кәңәш бирер инегеҙ? Ҡатынға ярҙам итеү, уны ярҙан этеү булмаҫмы?
Хатҡа фото интернеттағы ирекле сығанаҡтан алынды.