-10 °С
Болотло
Атайымдың бер туған апаһы - Миңлекамал инәйем кис ҡырын, эргәһенә ятҡырып, әкиәттәр һөйләр ине. Миңә бигерәк тә батырҙар тураһындағылары ныҡ оҡшай торғайны. Биленә ҡылыс таҡҡан, яурынына уҡ-һаҙағын аҫҡан һыбай Алпамыш дошманы менән алышырға юлға сыға. Ике юл сатында уға йөҙйәшәр ҡарт осрай.
- Улым, ҡайҙа бараһың?
- Дошманды юҡ итергә киттем. Тик ҡайһы юлдан барырға икән?
- Уңға китһәң, уңырһың, һулға китһәң, туңырһын. Уңға тарт, батыр.
Халҡымды һәр саҡ уң яҡ юлдан алып барыусы аҡһаҡалдарыбыҙ, илһөйәрҙәребеҙ күп булһын ине.
ТӘЛҒӘТ ШАҺМАНОВ.
ФОТО ИНТЕРНЕТТАН