Киcә Өфөлә үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының алтынсы съезында Сибай ҡалаһы делегацияһы ла ҡатнашты...
--Һуңғы биш йыллыҡ эш һөҙөмтәһен барланыҡ. Киләсәккә пландар ҡуйылды. Әле илебеҙ еңел булмаған осор кисерә, был мәлдә берҙәм, татыу булыу мөһим. Тәү сиратта илебеҙ именлеген һаҡлаусыларға иғтибар йүнәлтелде. Өфөлә улар хөрмәтенә һөйкәл барлыҡҡа киләсәк. Һәләк булыусыларҙың ғаиләһен ташламайбыҙ, тип белдерелде.
һәр кем үҙ телен, мәҙәниәтен, тарихын белергә, хөрмөт итергә тейеш. Ошо юҫыҡта ла бик матур фекерҙәр булды. Республика Башлығы ҡарары менән Милли бейеү көнө булдырыла. Ул билдәле балетмейстер Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнөндә - 21 октябрҙә билдәләнәсәк. Белеүегеҙсә, бынан алда Ҡурай көнө билдәләнгәйне. Башлыҡ Радий Хәбиров тарафынан милли кейемгә, мәҙәниәткә, телгә иғтибар арттырылыуы хуплауға лайыҡ,--ти Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Альбина Ярмуллина.