Бөтә яңылыҡтар
Фекер
12 Декабрь 2024, 22:00

Яңы тауыштар, яңы исемдәр, яңы йырҙар ишетергә өмөтләнгәйнем

Ниндәйҙер алданыу тойғоһо кәйефте ҡырып тик тора. Телевизион конкурстың йомғаҡлау концерты булғас, конкурсанттарҙың сығышын тыңларға ниәтләгәйнем - булманы. Еңеүсе генә финалда сығыш яһаны. Яңы тауыштар, яңы исемдәр, яңы йырҙар ишетергә өмөтләнгәйнем. Башҡорт йыры - тимәк, милли рух, милли музыка ҡоралы - ҡурай, башҡорт халыҡ йырҙары йәки бер-ике - өс кенә булһа ла халыҡ йыры яңғырарға тейеш ине, минеңсә.

Яңы тауыштар, яңы исемдәр, яңы йырҙар ишетергә өмөтләнгәйнем
Яңы тауыштар, яңы исемдәр, яңы йырҙар ишетергә өмөтләнгәйнем

"Башҡорт йыры"н ҡарап ҡайтып, һаман бер асыҡ ҡына фекергә килә алмай оҙағыраҡ йөрөп ташланым шикелле. Дуҫтар менән осрашып-күрешеүҙәр, таныш булмағандар менән танышып ихлас күңелдән аралашыу, әлбиттә, күңелде үҫтерә, шатландыра. Ә шулай ҙа... Ниндәйҙер алданыу тойғоһо кәйефте ҡырып тик тора. Телевизион конкурстың йомғаҡлау концерты булғас, конкурсанттарҙың сығышын тыңларға ниәтләгәйнем - булманы. Еңеүсе генә финалда сығыш яһаны. Яңы тауыштар, яңы исемдәр, яңы йырҙар ишетергә өмөтләнгәйнем. Башҡорт йыры - тимәк, милли рух, милли музыка ҡоралы - ҡурай, башҡорт халыҡ йырҙары йәки бер-ике - өс кенә булһа ла халыҡ йыры яңғырарға тейеш ине, минеңсә. Мин тәнҡитсе түгел. Мин бары тик битараф булмаған тамашасы. Ниндәйҙер яңылыҡ көткәйнем. Әллә нисә тапҡыр сәхнәлә йырланған бер үк йырҙарҙы ҡабаттан тыңларға тура килер тип уйламағайным. Шунан һуң... Һеҙгә нисектер, әммә миңә бер туҡтауһыҙ сәхнәлә аяҡ-ҡулдарын болғап йөрөгән бейеүселәр йырҙы тыңларға ла, аңларға ла ныҡ ҡамасаулай. Иң күбе өс-дүрт номерға бейеүселәр сыҡһа, баштан ашҡан булыр ине кеүек. Ярым-шәрә кешеләрҙең халыҡ алдында сығыш яһауын ғөмүмән алғанда ла яратмайым. Был минең шәхсән фекерем. Оялам. Әҙәп тигән нәмәне оноторға ярамай. Бигерәк тә башҡорт милли сәнғәте тураһында һүҙ барған саҡта. Тере һүҙ, тере йыр, халыҡ йыры, халыҡ музыка ҡоралдары, милли кейем - ошоларға өмөт итеп барғайным. Бер-нисә йыл был сараға бармаған инем, тағы ла бер-нисә йыл бармаҫмын инде, ошо алданыу тойғоһо онотолғансы. Әлбиттә, матур йырсылар, матур тауыштар, халыҡ йырсылары сығышы - бөтәһе лә оҡшаны. Ләкин мин күберәк яңылыҡ көткәйнем. Беләм, үҙем ғәйепле, ул тиклем күпкә өмөт итергә түгел ине. Ләкин концерттың исеме, статусы күпкә өмөт итергә хоҡуҡ бирә шул. Һис юғында ҡурай моңона, халыҡ йырына, яңы исемдәргә... Призлы урындар алған конкурсанттарҙың сығышына. Ҡалайтаһың, тормош шулай ҡоролған. Бер туған Вәлиеваларҙың минең һүҙҙәремә яҙылған яңы йыр менән сығыш яһауы оҡшаны. Ысынлап та яңы тауыштар, яңы йыр булды. Сәғиҙулла был йырын йөҙ тапҡыр йырлаһа ла ялҡытмаҫ ине, моғайын. Был йырға хатта подтанцовка ла килешеп тора һәм ҡамасауламай. Юнир һағынбаев, һәр ваҡыттағыса, афарин инде. Зөлфир Басыров... Фәдис менән Лилиә... Альберт Салауатовтың яңы йыры күңелемә хуш килде. Ошондай оло концертта ла авторҙарҙы иғлан итеү юҡ, әйтерһең, йырсы ғына бар, ә йырҙы тыуҙырыусылар бөтөнләй юҡ. Мәҙәниһеҙ мәҙәниәт булып сыға инде. Экранға ғына яҙып сығарырға мөмкин бит? Үҙем автор булғанға ғына әйтмәйем, миңә тамашасы булараҡ та был ысынлап та мөһим. Ниндәй композитор кемдең һүҙҙәренә был йырҙы яҙҙы икән тип самалап тыңлайым. Шулай...
Былар - минең шәхсән фекерем. Ә шулай ҙа бик бай тәҫьораттар туплап ҡайттым. Мәктәп, студент йылдарынан уҡ дуҫ булған яҡын кешеләрем менән күрешеп шатландым. Рәүфә һәм Рәмил Арслановтарҙы осратыу - үҙе үк ҙур бәхет! Талантлы, матур пар! Уларҙың студент туйына яҙған шиғырыма йыр ҙа бар. Бер осрашҡас, айырылыша алмай, был төндө уларҙың ҡунаҡсыл, иҫ киткес матур йортонда һөйләшеп, йырлашып үткәрҙек. Рәхмәт һеҙгә, Рәүфә, Рәмил! Киләһе осрашыуыбыҙ оҙаҡламай ғына беҙҙең тарафтарҙа булыр тип көтәбеҙ!
Әйткәндәй, Рәмилдең оҫта ҡулдары иҫ киткес матур һындар тыуҙыра. Ул эшләгән бөркөт һынына иғтибар итегеҙ! Айыу, болан һәм башҡа эштәрен дә күргәнем тулды. Талантлы кеше бөтә яҡтан да талантлы тиҙәр. Был һүҙҙәр нәҡ улар тураһында. Береһе гитарала, икенсеһе гармунда уйнайҙар, икеһе лә йырлай. Улар менән йәшәргә дәрт, илһам тыуа. Рәхмәт һеҙгә, дуҫтарым!

ФИРУЗӘ АБДУЛЛИНА.

ФОТО КУРАЙ КАНАЛЫ ТӨРКӨМӨНӘН

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: