Бөтә яңылыҡтар
Фекер
10 Декабрь 2024, 11:05

Беҙҙә лә шишмәләр күп...

Төбәк халҡы магазиндарҙа «Ирәндек» исемле һыу һатылыуын күргәне барҙыр. Ул Силәбе өлкәһенән килә. Баймаҡ районы башлығы Азамат Иҙрисов ошо тәңгәлдә фекер белдерә.

Беҙҙә лә шишмәләр күп...
Беҙҙә лә шишмәләр күп...

—Баймаҡта йәшәүселәрҙең күбеһе, моғайын, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ауылында «Аква Ирендык» сауҙа маркаһы аҫтында артезиан һыуын ҡойоу заводы эшләгәнен беләлер. Уның эше менән таныштыҡ. Етештереү өсөн һыу алынған артезиан скважинаһы Ҡыҙыл ауылының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Был участка Оло Ҡыҙыл йылғаһы  туғайҙарында урынлашҡан һәм Оло Ҡыҙыл сөсө ер аҫты һыуҙары ятҡылығына ҡарай, уның дөйөм майҙаны 2072 квадрат километр тәшкил итә. Оло Ҡыҙыл йылғаһының башы Ирәндек тауы битләүҙәренән башлана, был һыу атамаһының килеп сығышын аңлата. Һорау тыуа: ни өсөн шишмәләргә бай Баймаҡта бындай производствоны яйға һала алмайбыҙ? Был мәсьәләне хәл итеүҙе һәм ҡарауҙы талап итә, тип уйлайым.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: