Бөтә яңылыҡтар
Фекер
30 Ноябрь 2024, 20:05

Провались кеше йәрҙәре...

Йәшлек үтте лә китте, таҡмаҡ ҡына тороп ҡалды. Инде кейәүҙә булһам да шул таҡмаҡты мәжлестәрҙә әйтеп бейер инем... Уйындан уймаҡ сыҡты, үҙемә килде шул һүҙҙәр: ирем үлгәс 4 балаһы менән ҡатынын айырған иргә барҙым. Бына һиңә провались кеше йәрҙәре!

Провались кеше йәрҙәре...
Провались кеше йәрҙәре...

Йәш саҡта әй, алйот булаһың да инде, киске уйынға сыҡһаҡ, бер-беребеҙҙе уҙҙырып таҡмаҡ әйтеп бейейбеҙ. Ә минең именной таҡмаҡ бар:

Провались кеше йәрҙәре, семейәләре менән! – тип ҡысҡырып тороп әйтеп, уртала бейейем. Ҡыҙҙар көләләр, егеттәр аңлап та етмәйҙер инде...

Йәшлек үтте лә китте, таҡмаҡ ҡына тороп ҡалды. Инде кейәүҙә булһам да шул таҡмаҡты мәжлестәрҙә әйтеп бейер инем... Уйындан уймаҡ сыҡты, үҙемә килде шул һүҙҙәр: ирем үлгәс 4 балаһы менән ҡатынын айырған иргә барҙым. Бына һиңә провались кеше йәрҙәре!

Билдәле, кеше йәренән ир яһап алыу ҡыйын. Йүнле булһа, анау сама балаларын ташлап ғаиләһенән китмәҫ ине. Шуны кеше итәм, тип әй тырыштым, эй маташтым. Эсмәгән саҡта арыу ғына йәшәнек тә ул, ауыҙына бер араҡы эләкһә, айҙар буйы туҡтаманы. Шул эскелектән китеп тә барҙы...Ике ирем дә үлгәс, “ҡара тол ҡатын” исемен алдым. Тәүге иремдән булған 3 балам да хәҙер гүр эйәһе, икенсе иремдән тапҡан балам иҫән. Шуға бауыр баҫып йәшәйем, ейән-ейәнсәрҙәрем бар. Бөтәһе лә етеш, Аллаға шөкөр. Йәштәргә әйтер һүҙем шул, нимәнән көләһең, шул алдыңа килә. Тормош – ҡуласа. Яҡты киләсәккә өмөт итегеҙ, кеше ғаиләһенең боҙолоуын теләмәгеҙ...

Г. апайығыҙ.

ФОТО ИНТЕРНЕТТАН

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: