Бөтә яңылыҡтар
Фекер
25 Ноябрь 2024, 20:30

Апайыма шайтан эйәләгән (булған хәл)

Интернеттан доға табып, өйөнә яңғыратып ҡуйҙым. Апайым ҡыбырламай ҙа нисек ултыра шулай ултырыуын дауам итте. Бер нөктәгә төбәлгән күҙҙәренә ҡараным. Уйҙарына бирелеп ултырған апайым доға моңона ҡушылып йырлай башланы. Бер заман күҙенең ҡараһы икенсе төҫ ала башланы. Ундай күҙ кешелә булмай! Ышанаһығыҙмы-юҡмы, булмай! Ундай күҙ төҫөн мин бер кемдә лә күргәнем юҡ! Мин шаңҡып күҙәтәм. Апайым хахылдап туҡтамаҫтан көлә башланы. Минең ҡот осто. —Апааай,—тип ҡысҡырып ебәрҙем,—тор әле, тиҙ генә көҙгөгә ҡара!

Тәүге ире үлеп, икенсеһе менән айырылышҡандан һуң, апайым яйлап-яйлап эскегә һалышты. Тәүҙә ваҡытлысалыр, үҙенә—урын, күңеленә тынғы  тапмайҙыр, тип әллә ни иғтибар бирмәнем. Хәйер, мин күрше ауылда үҙ ғаиләм менән йәшәйем. Ауылдар араһы йыраҡ булмаһа ла көн дә апайыма барып йөрөй ҙә алмайым. Үҙ балаларым, йортом, малым, ҡош-ҡортом тигәндәй, эшем дә күп бит, ирем вахта менән ҡырҙа эшләй, шуға эште балалар менән яңғыҙыма башҡарырға тура килә.

Бер мәл уҡытыусылар апайымдың балалары мәктәпкә йөрөмәүен, йыш дәрес ҡалдырыуын әйтеп һалды. Апайым йәшәгән ауылда мәктәп юҡ, уҡыусыларҙы автобус беҙҙең ауыл мәктәбенә ташыйҙар. Күңелемә тынғылыҡ тапмай башланым. Апайым ауыл магазинында һатыусы. Эшҡыуар ҡатындың беҙҙең ауылда ла магазины бар. Бер көнө шул ҡатынды һағалап, апайымдың эшкә йөрөй-йөрөмәүен һораштым.

—Уйй, шул тиклем һәйбәт ҡатын. Мин уның үҙен дә, балаларын да йәлләп эштән ҡыумай йөрөп ятам. Эш аҙағына һуҡмыш торған булһа, тиҙ генә өлкән кластағы ҡыҙымды урынына ебәреп торам. Һуңғы арала йышайҙы шул. Балалары хаҡына йәлләп йөрөйөм. Минең кибеттә һыра юҡ, ҡайҙан алалыр, әшнәләре алып килә шикелле. Инде былай дауам итһә, сығарырмын инде эштән. Бәләнән баш аяҡ. Һеҙ барып һөйләшеп ҡарағыҙ әле,—тине.

Шул көндө бар эшемде ситкә ҡуйып, күрше ауылға юлландым. Барып инһәм апайым һуҡмыш һымаҡ. Сәй артында яйлап һүҙ башланым.

—Апай, беҙ атайыбыҙ үлгәс, эскән әсәй ҡулында үҫтек. Бала саҡта әсәй әшнәләре менән төн йоҡлатмай эскәнендә, иҫләйһеңме, һулҡылдап илай инек. «Беҙ ҙурайғас эсмәйбеҙ»,—тип һүҙ бирә инек. Беҙҙең балаларыбыҙҙың кейгән кейеме ауылда иң матуры, ашаған тамаҡтары иң татлыһы буласаҡ тип хыяллана инек. Үҙебеҙҙең өҫтөбөҙ—кейемгә, тамағыбыҙ ашҡа туймағас, шулай тигәнбеҙҙер инде. Ярай, минең төп терәк—ир, әммә һин яңғыҙ булһаң да бөтә нәмәң бар: йәшәр ерең бар, балаларың бар, эшең бар. Хөкүмәт тә пособиелар биреп тора. Рәхәтләнеп, шөкөр итеп йәшәргә мөмкин,апай,—тинем.

—Эйе, шөкөр инде, —тине яуап итеп.

—Ә ниңә эсәһең, апай? Беҙҙең ҡанда бит был. Ҡурҡмайһыңмы эскелеккә һалышырмын тип?

—Һиҙеләме эскәнем? Һиҙмәҫһең тиһәм...—күҙҙәре йәшләнеп китте.—Гөлсимә, беләһеңме, әллә кем мине ҡоторта. Ҡолағыма берәү «Эс, эс»,—тип тик тора. Үҙемде тота алмайым. Ни эшләйем икән?

—Эсмә! Алма һыра, ниңә алаһың? Балаларыңды етем иткең киләме? Мин бит һинең балаларыңды көтә алмайым, кейәүең алырға рөхсәт бирмәйәсәк. Үҙебеҙҙеке бишәү. Һинең өс балаңды кем ҡарар? Апай, уйлан, балалар хаҡына туҡтат! Уҡыуға ебәр.

Апайым башын эйҙе, һулҡылдап иларға кереште.

—Илап ни ҡыйратаһың? Ҡулыңа ал үҙеңде...

Мин тороп ишеккә ыңғайланым.

—Апай, ваҡытым тар. Мал тора аҡырып, балаларға ашарға бешерергә кәрәк. Әйҙә, үҙеңде ҡулға ал, матур йәшә, һау бул,—тип сығып киттем.

Апайым уйлар, аңлар, тип өмөт булды. Тик иртәгәһенә балаларының мәктәпкә бармауын тағы ишеттем. Түҙмәй илай-илай кире киттем. Тик мине апайым индермәне. Ишеген эстән элгән ине. Оҙаҡ туҡылдатып торҙом. Тик: «Нимә кәрәк һиңә? Йөрөмә мине ҡаҡшатып. Үҙ тормошоң менән бул. Ирле булып бәхетле йәшәп ятаһыңмы ни? Эйе, минең ирем дә юҡ, берәүем дә юҡ, һиңә лә кәрәкмәйем шул. Бар ҡайт, килеп йөрөмә»,—тип аҡырынды. Лаяҡыл иҫерек кеше менән һөйләшеүҙән файҙа булмаҫын белеп, кире ҡайттым. Төнө буйы йоҡлай алмай сыҡтым. Иртәгәһенә төштән һуң кире киттем. Апайымдың ишеге асыҡ ине. Сәсе туҙрап йоҡлап ята ине ул. Өйөндә һалҡын, бысраҡ, балалар ас. Тиҙ генә балаларға ашарға хәстәрләнем, алып килгән ҡаймаҡ, икмәгемде өҫтәлгә ҡуйҙым. Бер аҙҙан апайым тороп ултырҙы.

—Апай, һаумы,—тинем, тамағыма төйөлгән төйөрҙө саҡ йотоп.

—Һаумы, һаумы. Тағы килдеңме?

—Килдем... Апай, һөйләштек бит.

—Булмай...Нимәлер мине эсергә көсләй. Һыраны мин түгел, икенсе берәү миңә көсләп эсерә.

—Апай, бәлки, һиңә шайтан эйәләгәндер? Барып өшкөрөлөп ҡарайһыңмы әллә?

—Белмәйем.

—Әйҙә, апай, интернеттан доға тыңлатып ҡарайым әле һиңә.

—Йәәә.

Интернеттан доға табып, өйөнә яңғыратып ҡуйҙым. Апайым ҡыбырламай ҙа нисек ултыра шулай ултырыуын дауам итте. Бер нөктәгә төбәлгән күҙҙәренә ҡараным. Уйҙарына бирелеп ултырған апайым доға моңона ҡушылып йырлай башланы. Бер заман күҙенең ҡараһы икенсе төҫ ала башланы. Ундай күҙ кешелә булмай! Ышанаһығыҙмы-юҡмы, булмай! Ундай күҙ төҫөн мин бер кемдә лә күргәнем юҡ! Мин шаңҡып күҙәтәм. Апайым хахылдап туҡтамаҫтан көлә башланы. Минең ҡот осто.

—Апааай,—тип ҡысҡырып ебәрҙем,—тор әле, тиҙ генә көҙгөгә ҡара!

Бәлки, доға тыңлауын туҡтатмаҫ кәрәк булғандыр. Әммә мин ныҡ ҡурҡтым, ҡаушаным, бәлки, күҙ төҫөнөң үҙгәреүен күреп үҙе лә шаҡ ҡатыр тип тә уйлап өлгөрҙөм.

Апайым тороп көҙгөгә барғансы күҙе кире һоро төҫкә ингән ине.

—Апай, был юҡтан түгел, һиңә шайтан эйәләшкәндер ул. Әйҙә, туҡтат хәмер эсеүеңде, айыҡ, көслө мулла эҙләйек, барып киләйек.

—Ярай.

Апайыма ҡарап һулҡылдап иланым. Эскән әсә ҡулында үҫкән бала сағымды иҫкә төшөрҙөм, апайымды, уның балаларын йәлләнем.

Бер аҙҙан кешеләрҙән көслө мулла һораштырырға, өшкөрөргә алып барырға вәғәҙә биреп ҡайтым киттем. Ә ул айығып, үҙенең төҫ-башын ҡарап әҙер торорға һүҙ бирҙе... Әммә һүҙендә торманы. Мин эшләргә белмәйем. Апайымдың әсәй юлынан китеүен теләмәйем. Ярҙам иткем килә, шул ваҡытта ни эшләргә белмәйем. Апайым һылыу ҡатын, һомғол кәүҙәле, оҙон ҡара сәсле. Эшкә лә шәп, кешеләр менән матур мөнәсәббәттә, тәмле бешерә. Тик һуңғы арала боҙолғандан боҙола шул... Кәңәштәр көтәм.

ГӨЛСИМӘ.

*Исеме үҙгәртеп алынды.

Гөлсимәнең бәйән иткәндәрен Резеда Усманова яҙып алды.

Автор рөхсәтенән тыш, башҡа гәзит сайттарына, төркөмдәргә яҙманы алыу тыйыла.

Фото интернеттан.

 

Апайыма шайтан эйәләгән (булған хәл)
Апайыма шайтан эйәләгән (булған хәл)
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: