Нимә тип башларға ла белмәйем... Ирем көн һайын эштән һуң һыра эсә. Һөйләшеп тә, ғаилә менән матур итеп ултырып та булмай. Һыра шешәһен тотоп ала ла телевизор янына ултыра. Әйтә башлаһам, "Өйгә ҡайтҡанға рәхмәт әйт, оҡшамаһа йәшәмә",—ти... Ни эшләргә лә белмәйем. Өйҙә йыйыштырылған, таҙа, тамаҡ әҙер, балалар ҡараулы. Балалар барып эргәһендә һүҙ ҡуша башлаһа, ҡамасауламағыҙ, ял итәм ти.
Бер бала балалар баҡсаһына йөрөй, икенсеһе менән декреттамын. Уға эш ҡушҡаным да юҡ. Балалар баҡсаһы юл аша ғына. Өлкәнен үҙем алып барам, үҙем алып ҡайтам. Ҡайһы көн бармай ҙа, икеһе лә өйҙә була. Шул ике бала менән геү киләм. Ауырып китһәләр, йәнә яңғыҙым төнө буйы эргәләрендә ултырып сығам. Аталары эшләй тип уятмайым да.
Һөйләшмәй генә бер өйҙә улай йәшәп буламы? Привет, пока тип кенә донъя көтөп булмай ҙа һуң... Ни эшләргә икән?
Мин үҙем эскелектән йыраҡ торған ғаиләлә үҫтем, ундай нәмә булманы беҙҙә. Кистәрен бергә фильм ҡарай инек, йә шашка, кәрт уйнайбыҙ, йә аш бүлмәһендә күмәкләп билмән бөгә инек... Шуға иремдең беҙҙән айырым, һөйләшмәй генә һыра эсеп ултырыуын аңлай алмайым.
Гөлсөм.
Фото интернеттан.