АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
27 Сентябрь , 15:27

НИСЕК ТЕЛДЕ ҺЫНДЫРМАҪҠА?

Ғәжәпләндем, хатта миңә, филологка, һүҙҙәрҙең өстән бер өлөшө бер нәмә хаҡында ла һөйләмәй ине. Ярай, минең ҡайһы бер өлкәлә эрудициям етерлек түгел инде.Үҙегеҙҙе тикшереп ҡарарға мөмкин. Уҡығыҙ: аплодинг , айсинг , моббинг , мувинг , нейминг , овринг…  Артабан дауам итеүҙән фәтүә юҡ. Шуларҙы белеүебеҙгә ҡыуанайыҡ: смокингыла митингыға бармайҙар, пудинг ашағас, рислинг эсергә була, танауыңа пирсинг ҡуйҙырып ҡына кастингыны үтәм тимә, ә допинг ҡабул иткәс брифингыға барма.

Ултырам, бер кемгә лә теймәйем, "Сит телдәр һүҙлеге"нең биттәрен аҡтарам. Бер һүҙҙең яҙылышын асыҡларға кәрәк ине. Яҙыуын яҙҙым, әммә нимәһелер яңылыш һымаҡ тойола. Әммә 80-се йылдар аҙағынан миңә тоғро хеҙмәт итеп килгән һүҙлектә был һүҙ табылманы. Күңелемә тыныслыҡ тапмай, интернетты ҡабыҙырға ялҡауланһам да компьютерҙы тоҡандырып кәрәк һүҙҙе йыйҙым. Бына бит, "аутосорсинг" тигән һүҙҙә икенсе "с" хәрефен төшөрөп ҡалдырғанмын.

Һүҙлек төҙөүселәргә дәғүәм юҡ, тел бит даими үҫеш юлында. Беҙҙең тормошҡа яңы әйберҙәр, ваҡиғалар, төшөнсәләр инә, улар менән бергә яңы һүҙҙәр килә. Ғалимдар белдереүенсә, замана лексикаһының яҡынса 10 процентын үҙләштерелгән һүҙҙәр тәшкил итә. Әммә һүҙ был хаҡта түгел. Интернетта -инг тип тамамланған инглиз һүҙҙәренең күплегенә шаһит булдым.

Ғәжәпләндем, хатта миңә, филологка, һүҙҙәрҙең өстән бер өлөшө бер нәмә хаҡында ла һөйләмәй ине. Ярай, минең ҡайһы бер өлкәлә эрудициям етерлек түгел инде.Үҙегеҙҙе тикшереп ҡарарға мөмкин. Уҡығыҙ: аплодинг , айсинг , моббинг , мувинг , нейминг , овринг…  Артабан дауам итеүҙән фәтүә юҡ. Шуларҙы белеүебеҙгә ҡыуанайыҡ: смокингыла митингыға бармайҙар, пудинг ашағас, рислинг эсергә була, танауыңа пирсинг ҡуйҙырып ҡына кастингыны үтәм тимә, ә допинг ҡабул иткәс брифингыға барма. Былар һәр берегеҙгә аңлашылалыр. Әммә күптәр үҙ дәүерендә петтинг менән булыуын һәм буллингыға тарыуын да белмәйҙер әле.

Әйткәндәй, минән кәңәш. Әгәр оперативка мәлендә директорығыҙ ниндәйҙер шелтә бирһә, былай тип әйтегеҙ:

—Фәлән Төгәнович, памминг менән булышмағыҙ, хоҡуғығыҙ юҡ.

Ул был һүҙҙең айышына төшөнгәнсе, уның асыуы китер.

Онота яҙғанмын. Аутосорсинг —был сайдинг менән йорттар көпләүсе кемпинг хужаһының төҙөүселәр яллауы, ә был өйҙәрҙе таҙалыҡта һәм тулы тәртиптә тотоу өсөн клининг компанияһына мөрәжәғәт итеү һәм ҡунаҡтар өсөн каршеринг булдырыу.

Телде һындырыу мөмкин түгел, ул һөйәкһеҙ. Ә бына мейене ни эшләтергә?

 

 

/Даларис Ғабдуллиндың русса яҙмаһын Резеда Усманова башҡортсаға тәржемә итте./

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: