АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
11 Сентябрь , 17:11
ҠЫРҠ — ҮҘГӘРЕҮ МӨҘҘӘТЕ
11 сентябрь — Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө. 26 йыл айыҡ тормош алып барған кеше булараҡ, был көндө нимәлер яҙмаһам, был әллә киренән эсә башлағанмы, тип уйлаусылар булыр. Китабымда яҙған фекерҙәремде ҡабатламайынса ғына шуны әйтә алам: эскелектең нимә икәнлеген дә белмәгән йәштәрҙең үтә лә күп булыуы уғата һөйөндөрә. Әммә эсеүселәр юҡ түгел, шулайҙа эскелек беҙҙең милли фажиғәгә әүерелмәне, ул айырым кешеләрҙең генә проблемаһы.Һаман да ҡотола алмаусыларға бер кәңәшем бар: эсеүҙе ташлауы ап-анһаты, ә бына айыҡ тормош менән йәшәй башлауы — иң ауыры. Холоҡто ыңғайы бер үҙгәртеп булмаһа ла, йәшәү рәүешен үҙгәртеп була. Киң билдәле бер риүәйәтте тағы ла ҡабатлайым.Донъя менән хушлашыр алдынан атаһы улына бер генә үкенесе барлығын әйткән. Ул да булһа: улын дин юлына килтерә алмауы. Шулай ҙа васыятын да еткергән: "Минең йыназанан һуң 40 көн һуҙымында көн һайын мәсеткә барып, имам-хатибҡа ойоп, намаҙ уҡыһаң, һиңә риза булырмын..."Улы атаһының әйткәнен үтәгән, 40 көн буйы мәсеткә йөрөгән һәм... эйе, 41-се көндө мәсеткә үҙе килгән һәм дин юлына баҫҡан. Йәшәү рәүешен үҙгәртеү мөҙҙәте лә 40 көнгә тиң. Юҡҡа ғына был һан "ҡырҡ" тип аталмаған. Ҡырҡ, йәғни үҙгәреү, ҡырҡылыу мөҙҙәте. Кеше ҡырҡ йәшендә йәшлеге менән хушлаша. Бер көн башҡарылған эш — ғәмәл, әгәр ҙә ул ҡабатланһа — ҡылыҡ, ҡырҡ көн ҡабатланһа — ғәҙәт, артабан — холоҡ, ә холоҡ ул — яҙмыш...
Әхмәр Үтәбай менән килешәһегеҙме?
Автор:
Читайте нас: