Бөтә яңылыҡтар
Фекер
5 Сентябрь , 17:10

МИҢӘ МЕДИК КӘРӘК!

Димселек һәләтем барлығын белеп, бер көнө 60 йәштәрҙәге ир-уҙаманы миңә шылтыратты ла үҙенә хәләл ефете эҙләүен әйтеп, таныштырыуымды һораны. Шуға үҙе хаҡында мәғлүмәт һораштым, буласаҡ ҡатыны ниндәй булырға тейешлеген һоарным. Теге: “Миңә медик кәрәк”,--тине. Мин аптыранҡырап ҡалдым. --Ә ниңә нәҡ медик кәрәк? Әллә ауырыйһығыҙмы?—тип һораным.

--Юҡ, ауырымайым,--ти.—Беҙҙә ауылда медпункт бар, тик медик юҡ. Шунда эшләһә, ауылға килгән өсөн хөкүмәттән аҡса бирәләр, өҫтәүенә эш хаҡы була.

 

Был яуапты ишетеп шаҡ ҡаттым.

--Үҙегеҙ ҡайҙа эшләһегеҙ һуң?—тим.

Ҡатын эҙләүсе эшләмәй булып сыҡты. Мал ҡарап, баҡса үҫтереп йәшәй.

--Һуң,--мин әйтәм,--һеҙҙең йәшегеҙгә песионерка ғына тура килә. Ул һеҙгә сыҡһа ла эшләмәҫ ул, йәштәр һеҙгә сыҡмаҫ.

--Хәҙер бит пенсияла булһаң да эшләргә була. Бәлки, эшләр,--ти.

 

Бына шундай ирҙәр бар хәҙер. Ҡатын түгел, аҡса көҫәйҙәр. Үәт, замана.

 

/Димсе һөйләгәндәрҙән./

Автор:
Читайте нас: