АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
29 Август , 08:45

ХӘҘЕР ЙӘШӘ!

Ҡартты әбейе ташлап китте… мәңгелеккә. “Ниңә ҡалдырҙың мине?” тип ҡарт керпек ҡаҡмай таң аттырҙы. Әбейенең һандығын асып, ул йыйған әйберҙәрҙе ҡараны. Бына, селтәрле генә ебәк яулығы ята. Уларҙы бит күптән алғайны, ябынманы. Берәй көн ябынырмын әле тигәйне…Ниндәйҙер көндө көтөп ятты матур яулыҡ.

Беҙ ҙә киләһе көндәрҙе көтөп йәшәйбеҙ… Бына, ҡайҙалыр саҡырырҙар, шунда матур күлдәк кейермен. Бына, көтөлмәгән ҡунаҡ килеп төшөр, шунда матур-маур сынаяҡтарымды теҙермен… Ә ниңә ул көндө көтөргә? Бөгөн йәшә! Бөгөн ҡыуаныс, ҡәнәғәтлек килтерер нәмәне ниңә иртәгәгә ҡалдырырға? Кейемеңде, һауыт-һабаңды өҫкә, төпкәрәк ҡуйып, мөғжизәле көн көтмә! Һәр көн—үҙе мөғжизә! Үҙ көнөңдө үҙең биҙә! Бөгөн йәшә! Хәҙер йәшә!







Яҙманы автор рөхсәтенән тыш, башҡа сайттарға алыу, авторһыҙ таратыу тыйыла.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: