АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
27 Август , 15:30

ТӨШ КЕҮЕК ИҪТӘ ҠАЛДЫ...

Бер усыма сдача, икенсеһенә бантигымды тотторғас ҡыуаныстан урамға хатта йүгереп сыҡтым. Тиҙерәк ҡайтып еткем, бантигымды тағатып ҡарағым килде. Ээй, балалыҡ...

… Мәктәпкә әҙерләнгән саҡтарҙан ҡалған бер ваҡиға һаман иҫтән сыҡмай күҙ алдынан үтә.
Миңә бантик алынмаған. Әллә онотолған, әллә магазинда таҫма булманымы, онотолған. Ана, Мөғлифә еңгәң иртән Магнитҡа барам ти, бар, аҡса алып барып бир, бантик алып ҡайтһын, тине әсәй. Оса-ҡуна Мөғлифә еңгәйҙәргә йүгерҙем. Ҡараһылыу ғына ул еңгәйҙе асыҡ беләм. Әсәй менән бер һарайҙа һыйыр һауалар. Үҙе матур ғына, йөҙөнән һис бер йылмайыу китмәй. Етмәһә гел матур яулыҡ ябына. Уйлап ҡына ҡалмай, бер үҙенә лә әйттем шуны, эй көлдө, эй көлдө лә, башындағы косынкаһын һыпырып алып минең башҡа бәйләне...
Моғайын да иртән китһә кискә ҡайтып етер еңгәй Магнит тигәндәренән, тип кисте саҡ еткерҙем. Түҙмәнем, көтөү ҡайтҡас яйлап атлап еңгәйҙәргә атланым.
Мин ҡара бантик һорағайным (нишләп ҡара тигәнмендер инде) еңгәй миңә сағыу йәшелдән өс метр итеп бантик алып ҡайтҡан. Бер усыма сдача, икенсеһенә бантигымды тотторғас ҡыуаныстан урамға хатта йүгереп сыҡтым. Тиҙерәк ҡайтып еткем, бантигымды тағатып ҡарағым килде. Ээй, балалыҡ...
Ярты юлды уҙғас ҡулды өҫкә күтәреп таҫмамдың осонан матҡып тотоп тағаттым. Йәм-йәшел бантигым оҙооон булып һуҙылып елгә елберләп минең арттан ҡалмай эйәрә төштө... Мин йүгерәм... Бер урам бер үҙемә! Бер кем юҡ! Берсә алға, берсә артҡа баш ташлап йүгерәм дә йүгерәм... Минең ыңғайыма бантигым елгә оторо елберләп минән ҡалышмай килә...
Ҡыуаныстың сиге юҡ!
Нисек тағып йөрөгәнмендер, ғүмере оҙон булдымы у бантиктың, вәт уныһын иҫтә ҡалмаған...
Сағыу төш кеүек был бала саҡ. Ә кешеләре әкиәт геройҙары...

 

МИҢЗӘЛӘ СИРҒӘЛИНА.

Автор:
Читайте нас: