АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
23 Август , 17:05

ИШЕК ҠАҒЫУСЫ ЮҠ...

Иртәнге сәй өҫтәлен йыйыштырып, йә һөт бороп йөрөһәм, солан ишеген таяғы менән ҡаты итеп һуғып туҡылдатып: "Килен, сыҡ әле, сыҡ !"- тип һөрәнләп мине сығарып алыр ине. "Малайҙарыма әҙ булһа ла ярҙам алып килдем, дәфтәр "орошка" алырһың" , - ти ҙә , әле был, әле теге кеҫәһен ҡапшап эҙләнә башлай.

Август аҙағы етеп, балаларҙы мәктәпкә әҙерләү башланһа ҡайным мәрхүмдең күркәм бер ғәҙәте иҫкә төшә.
Иртәнге сәй өҫтәлен йыйыштырып, йә һөт бороп йөрөһәм, солан ишеген таяғы менән ҡаты итеп һуғып туҡылдатып: "Килен, сыҡ әле, сыҡ !"- тип һөрәнләп мине сығарып алыр ине. "Малайҙарыма әҙ булһа ла ярҙам алып килдем, дәфтәр "орошка" алырһың" , - ти ҙә , әле был, әле теге кеҫәһен ҡапшап эҙләнә башлай. Үҙе шул арала, ыштубы ла һәйбәт уҡыһындар, олатаң әйтте тиген, әйт шулай тип, йәме, тип ҡуя. Ярай тип баш һелкеп торған булам көтөп. Ҡуй, ыҙалама, ҡайным, беҙ вис кәрәк яраҡ алып бөткәнбеҙ инде ул, кәрәкмәй бер нимә лә, тиһәм, биргән саҡта ал, кәрәкмәй ти ҙә тораң, мин үлһәм былай ҙа бирә алмам, тип өнөмдө ябып ҡуя..
Бер мәл ҡайһылыр кеҫә төбөнән оло ҡулъяулыҡҡа төрөлгән гәзит, ә уның эсенән йөҙәр, иллешәр, унар һумлыҡ аҡсалар килеп сыға. Бармаҡ битен таслата төкөрөп теге һумлыҡтарҙан бер нисәһен шығырлатып айырып алып миңә һонор ине шунан...
Балаларҙы мәктәпкә әҙерләйем. Аллаға шөкөр, мохтажлыҡ юҡ, бөтә кәрәк яраҡ алырлыҡ хәл бар. Тик иртә менән солан ишеген ҡағып яҡшы уҡырға өндәгән олатай ғына юҡ..


МИҢЗӘЛӘ СИРҒӘЛИНА.

Автор:
Читайте нас: