ӘХМӘР ҮТӘБАЙҙың тулы яҙмаһы:
Бөгөн 13 август "Һулаҡайҙар көнө" икән. Һулаҡайҙарҙы айырыуса һәләткә эйә тиҙәр. Мин белгән һулаҡайҙар барыһы ла шулайҙар. Атайым мәрхүм дә һулаҡай булды, ул: "Эшләп булмаҫтай эш булмай, эшләй алмаған кешеләр генә була", — тип ҡабатларға яратты. Үҙенең ҡулынан килмәгән эше юҡ ине.
Һул ҡулы менән яҙышып ултырғандарҙы күрһәм, ниңәлер, ручка-ҡәләмен уң ҡулына тотторғом килеп китә. Үҙем дә һиҙмәҫтән уларҙың һулаҡай булыуҙарын яңылышлыҡ тип ҡабул итәм. Кем белә, бәлки уларҙың һәләтле булыуы һәр эшкә икенсе яҡтан тотоноуға бәйлелер. Бәлки улар һулдағы йөрәк яғы менән, йәғни "йөрәк менән" башҡаралыр ғәмәлде. Былар минең фараздарым ғына.
Ә бына беҙҙең яҡта "Һулаҡайға һурпа юҡ" тиҙәр. Элек тыуған был әйтем. Урталағы туҫтаҡтағы ашты уратып теҙелешеп ултырып, күмәкләшеп ҡалаҡ менән ашаған ваҡытта. Был осраҡта һулаҡай кешегә янындағы уңы менән ашап ултырыусы кеше ныҡ ҡамасаулай, ҡалаҡ менән алған һурпаһы ла түгелеп бөтә. Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә табын артында ултырыусылар барыһы ла һулаҡай булып, береһе генә уң ҡуллы икән, ул сағында уң ҡуллыға һурпа булмаймы икән? Һулаҡайҙар һулға йөрөүҙе "уңға йөрөү" тип әйтәме икән?