Ай ярым элек ғаилә дуҫыбыҙҙың ҡатыны үлеп ҡалды. Дауаханаға барғанда бик һуң булған. Табиптар бер ни ҙә эшләй алманы. Ғаилә дуҫтарыбыҙ аҡсалы кешеләр, теләһә ниндәй сумма ла түләргә әҙерҙәр ине. Тик 4-се стадия булғас, табиптар әллә ни ҡыйрата алманы шул. Ярай, оло улдары әсәләре иҫән саҡта ҡайтып өлгөрҙө. Ул университетет тамамлағас, сит илдә эшләй, шунда йәшәй ине. Әсәһе улы ҡайтҡан көндө кис китеп тә барҙы... Беҙ нишләйек инде, йыйылып ҡайғырҙыҡ та таралдыҡ. Бына дуҫыбыҙға ауыр инде... Әле кисә шылтыратып, оҙаҡ һөйләштек.
--Нимәгә йәшәгәнемде белмәйем. Ике ҡатлы өй, бүлмәләрен йөрөп сығам, күңелем менән ҡатынды эҙләйем, буғай. Бөтә ерҙә уның ҡулы ҡағылған әйберҙәр, ә үҙе юҡ. Баҡсаға сығам, унда ла ул ултыртҡан сәскәләр, йәшелсәләр. Помидорҙары өлгөрҙө бына. Ике парник. Уларҙы нишләтергә лә белмәйем. Улым менән килен хәл белеп китәләр 2-3 көнгә. Ҡалған ваҡыт гел бер үҙем,--тип уфтанды.
Артабан асылып китеп түбәндәгеләрҙе лә һөйләне:
--Һуңғы һөйләшеүебеҙҙә, башҡа йәшәмәйәсәген аңлап, бәхилләшеү һүҙен әйтте. Унан ҡапыл: “Һин мине яратманың! Ғүмер буйы яратам тигән һүҙеңде көттөм, бер тапҡыр ҙә әйтмәнең”,--тине. Юғалып ҡалдым. “Һуң ғүмерем буйы һине хөрмәт итеп йәшәнем, һинең бар нәмәң булһын тип тырыштым, был тормошто һинең өсөн ҡорҙом, шул етә тип уйланым”,--тинем. Ул: “Юҡ, һин мине яратманың”,--тине лә боролоп ятты. Шундай өҙгөләнеп әйтте! Уның тауышы һаман ҡолағымда яңғырап тора. Эхх, әле иҫән булһа, көн дә яратам тиер инем. Ҡайтарып булмай шул,--тип көрһөндө...
Кемгәлер һабаҡ булһын тип яҙам. Үкенестәр менән йәшәргә яҙмаһын!
Интернет селтәренән аноним авторҙан.
Фото интернеттан: darminaopel.ru