АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
1 Август , 09:10

БАЛАЛАР БАШҠОРТСА БЕЛҺЕН!

-- Телде заманға яраҡлаштырып үҫтерергә тырышыуҙарын хуплайым. Беҙгә һайланырға урын ҡалманы. Балаларыбыҙ гаджеттарҙы үҙ итә икән, тимәк, башҡорт телен шунда күсереү мөһим. Юҡһа, телебеҙҙе белмәгән быуын үҫәсәк. Бөгөн ауылдарҙа йәштәр ҡалманы тиерлек, шунлыҡтан йылына 1-2 генә бала тыуа, улары ла башҡортса һөйләшмәй. Бик ҡурҡыныс. Бында гаджет тәьҫире көслө тибеҙ икән (әлбиттә, был һылтау, ата-әсәнән күп нәмә тора), тимәк, заманға яраҡлашыу мотлаҡ,--тип иҫәпләй Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ирек Бикмәтов.  

БАЛАЛАР БАШҠОРТСА БЕЛҺЕН!
БАЛАЛАР БАШҠОРТСА БЕЛҺЕН!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү тураһында хәстәрлек күрә, уны һанлаштырыу буйынса күп эштәр алып бара. Туған телде һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автоном коммерция булмаған ойошмалар башҡа төрлө коммерция булмаған ойошмалар менән берлектә төбәк етәксеһе ярҙамында бырлығы 16 проектты ғәмәлгә индерҙе.
Йылайыр районы Йомағужа ауылы мәктәбендә һәм Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында башҡорт телен өйрәнеү буйынса “аҡыллы колонка”лар барлыҡҡа килде. Был колонканы уҙған йыл аҙағында Баймаҡ ҡалаһының “Айыуҡай” балалар баҡсаһы ла алып ҡыуанғайны.

--“Һомай”ҙы балалар яратты, улар өсөн был колонка ҡыҙыҡ. Хәҙер гаджеттар дәүере бит инде. Замана балаларын китаптағы һүрәттәр әллә ни ҡыҙыҡһындырмай. Ә бына колонкаға рәхәтләнеп һорау бирәләр, әкиәт тиһәләр “Һомай” әкиәт һөйләй, һорауҙарына яуап бирә, йә йомаҡ сисәләр, йә йырлайҙар. Әммә камиллашырға кәрәк әле “Һомай”ға. Әле электр селтәренә тоташтырып эшләтергә кәрәк, батарейкалар менән эшләй башлаһа, теләһә ҡайһы ерҙә ҡулланып булыр ине. Икенсенән, шәхсән үҙенмә, ҡайһы һүҙҙәрҙә акцент булыуы оҡшамай. Шулай ҙа ыңғай яғы күп. Балаларҙы ылыҡтыра, тимәк, башҡортса һөйләшеүҙе “мода”лы итә. Киләсәктә, “Һомай” авторҙары колонканы камиллаштырыр, тип ышанам. Бик кәрәкле ул,--ти “Айыуҡай” мөдире Айгөл Исхаҡова.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ремпубликабыҙҙа “Һомай” исемле “аҡыллы колонка” бар. Ул Айгиз Ҡунафин етәкселегендәге республика программистары менән булдырылды.. Ҡоролма башҡортса ла, русса ла аңлай, тәржемә итә, музыка йә әкиәт ҡуя. Йәғни бөтәбеҙгә лә билдәле булған “Алиса” колонкаһының башҡортса варианты.

 

--Телде заманға яраҡлаштырып үҫтерергә тырышыуҙарын хуплайым. Беҙгә һайланырға урын ҡалманы. Балаларыбыҙ гаджеттарҙы үҙ итә икән, тимәк, башҡорт телен шунда күсереү мөһим. Юҡһа, телебеҙҙе белмәгән быуын үҫәсәк. Бөгөн ауылдарҙа йәштәр ҡалманы тиерлек, шунлыҡтан йылына 1-2 генә бала тыуа, улары ла башҡортса һөйләшмәй. Бик ҡурҡыныс. Бында гаджет тәьҫире көслө тибеҙ икән (әлбиттә, был һылтау, ата-әсәнән күп нәмә тора), тимәк, заманға яраҡлашыу мотлаҡ,--тип иҫәпләй Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ирек Бикмәтов.

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: