-3 °С
Болотло
--Яҙғы ҡар һыуҙары көндәр йылытһа һыу юлын табыр тип ышанған инек, йәйге ямғырҙар ҡушылып бөтөнләй һаҙлыҡта ултырып ҡалдыҡ.
Улай тиһәң,һәр миҙгел ҡыш, яҙ, йәй һәм көҙ өс йылдан артыҡ мөгәрәптән, таҙа, һалҡын һыуҙы ташып баҡсаға картуфлыҡҡа ағыҙа инек. Был йәй ҡыҙғанысҡа ҡаршы картуф та, йәшелсәләр ҙә ултыртылманы, хатта емеш-еләк ағастары ла һыуға сереп бөттө. Мәрхүмә өләсәйемдең ҡарағат ағастары ғына бирешмәй ултыра.
Бәлки ямғыр, һаҙлыҡ, ҡар һыуы ла түгелдер? Яуапты кемдән алырға? Ярҙам итегеҙ?!--тип яҙа Сибай ҡалаһының Сармат ҡасабаһынан Әлфиә Вилданова.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?