Бөтә яңылыҡтар
Фекер
7 Июнь , 11:45

ДОН ЖУАН ЫСУЛЫ

Үҙҙәренә оҡшаған ҡыҙҙар менән танышырға оялған егеттәргә үҙемдең дә бер "Дон Жуан ысулын" өйрәтәйем әле. Һәр бер ҡыҙҙы йылмайырға мәжбүр иткән алты һүҙ бар.

ДОН ЖУАН ЫСУЛЫ
ДОН ЖУАН ЫСУЛЫ


Студент саҡ. Баймаҡтан бер ағай тейешле яҡташым килде. Өфө урамы буйлап йөрөгәндә шуға иғтибар иттем: ағай урамда осраған үҙебеҙҙең милләттән булған һылыу ҡыҙ менән шундуҡ йылмайып-көлөп һөйләшеп китә ала. Ана, тағы бер һылыу килә. Ағайҙың һәләтенең серен белергә теләп һөйләшеүҙәренә ҡолаҡ һалам.
--Һаумы, ҡоҙаса, хәлдәрең нисек?
--Һаумыһығыҙ, тик мин һеҙҙе танымайым бит әле...
--Нисек танымайһың, туйҙа бергә булдыҡ бит...
--Кемдең туйында?
--Ағайыңдың..
--Минең ағайҙарым юҡ...
--Ике туған ағайыңдың...
--Ә-ә-ә, иҫләнем, Ислам ағайҙың туйы... Үҙегеҙ ни хәлдә?
--Яҡшы, мына Өфөгә килдем әле. Исемеңде онотҡанмын, ҡоҙаса, ҡайҙа уҡыйһың?
--Айгөл, БДУ-ла..
Ҡыҫҡаһы, ағай ошондай хәбәр ялғау ысулы менән ҡыҙҙың ағаһының, үҙенең исемен, ҡайһы яҡтан булыуҙарын, ҡайҙа уҡығанын белергә өлгәшә лә, 5 минуттан ағаһына сәләм әйтергә ҡушып хушлаша.
Яҡташ ағайҙың ошо һәләте бик һоҡландырғайны ул саҡта. Үҙҙәренә оҡшаған ҡыҙҙар менән танышырға оялған егеттәргә үҙемдең дә бер "Дон Жуан ысулын" өйрәтәйем әле. Һәр бер ҡыҙҙы йылмайырға мәжбүр иткән алты һүҙ бар. Үҙегеҙгә оҡшаған ҡыҙ урамда үтеп барһа, уға: "Һеҙ үҙегеҙҙең шундай матур икәнегеҙҙе беләһегеҙме?" — тип өндәшегеҙ ҙә, бүләккә йылмайыу ҡабул итерһегеҙ...

 

ӘХМӘР ҮТӘБАЕВ яҙмаларынан.

ФОТО ИНТЕРНЕТТАН: dzen.ru

Автор:
Читайте нас: