Әйтерһең дә, һыу йотҡан.... Ни эшләйһең эҙләп-эҙләп тә таба алмағас, ҡайтырға булдылар... Тик бер нисә көн ҡаҙҙарҙың үҙәк өҙгөс тауышы тынманы... Һәр беребеҙ шым ғына, мыш-мыш илайбыҙ, инә ҡаҙҙарҙы, себештәрҙе йәлләйбеҙ...
Дөрөҫмө, юҡмы аҙаҡ хәбәр килеп етте: кәйеф-сафа ҡороп ултырған кешеләр, себештәрҙе һөҙөп, бергә ултырған табындаштарына тейәтеп ебәргән тигән.... Ул саҡта инкубаторҙа сығарған себештәр булмағандыр инде, булһа, һис шикһеҙ, алып ҡушып ебәрер инек....
Ул урлаған кеше ҙур гонаһ алғандыр инде, теге донъяла яуап бирергә тура килгәндер инде, тип һәр саҡ уйлайым.
Нисә йылдар үтте, һаман да ошо хәтирә күҙ алдында. Ул инә ҡаҙҙарҙың үҙәк өҙгөс тауышы бөгөн дә ҡолаҡ төбөндә...
РӘМИЛӘ ТУҒЫҘБАЕВА.
фото:triptonkosti.ru