АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
13 Май , 21:35

ИШЕК

Тормош ваҡлыҡтарына ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, әсәйемә мыжып һәйләһәм, ул: --Бөтәһен дә белеп етмәйемдер, әммә мин һиңә ишек менән генә ярҙам итә алам,--ти Быны тәү ҡат ишеткәндә аптырағайным, аҙаҡ ул аңлатты:

ИШЕК
ИШЕК

--Һинең тормошоңда әллә нәмәләр булыуы ихтимал, әммә бер генә нәмә бер ҡасан да булмаясаҡ, иҫеңдә тот, минең ишек бер ҡасан да һиңә ябылмай. Тимәк, теләһә ҡайһы мәлдә, арыһаң, нимәнеңдер аҙағына етергә көсөң ҡалмаһа, күңелең ҡалһа, ауырыһаң, һауаланып китһәң дә, хаҡлы булһаң-булмаһаң да ҡайҙа барырға белмәй торма – миңә кил... Ишетәһеңме, миңә кил! Артыҡ һорау бирмәҫмен, һүҙ бирәм. Әммә йомшаҡ түшәк йәйермен, тәмле ризыҡ ҡуйырмын...

 

Эй, кешеләр! Бәхет бар икән ул! Һиңә ишеген асыр кеше бар саҡта – бәхет бар!


Лиля Град.

(Резеда Усманова тәржемәһе)

Автор:Резеда Валиева